RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тренер бар, таланттар быуа быуырлыҡ, база ғына кәрәк…

05.02.2019 Тренер бар, таланттар быуа быуырлыҡ, база ғына кәрәк…

йәки Өфө районыныңШамонин ауылында Айгөл Хәкимова үҙ инициативаһы менән саңғы секцияһы ойоштороп, өс йылда Рәсәй чемпиондарын әҙерләгән


Тормош ауыр, аҡса етмәй, эш юҡ һәм башҡаһы... Был инде йәшәйешебеҙҙең ҡанунына әйләнеп бөттө, тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Ошоларға зарланып, барыһына ла ҡул һелтәп ҡараусылар бихисап. Тик ауырлыҡтарға бирешмәй, тормоштан йәм табып, эшләгән эшенән ләззәт алып, яратҡан шөғөлөнә мөкиббән кешеләр ҙә күп арабыҙҙа.
Өфө районының Шамонин ауылына ла ун йыл булып килә. Әле генә ҡола яланда бер-бер артлы матур-матур өйҙәр ҡалҡып сығып та өлгөрмәне, ауыл республикабыҙҙа үҙ урынын табып, гөрләп йәшәп китте. Өс ҡатлы мәктәп, ике балалар баҡсаһы, амбулатория төҙөлдө. Инде күңел асырға мәҙәниәт йорто булһа, тормоштоң тағы ла нығыраҡ йәнләнәсәгенә бер кемдең дә шиге юҡтыр. Уныһына ла зарланмайбыҙ, сөнки ауылда ер һелкетерҙәй кеше булғанда, киләсәккә ышаныс менән ҡарағы килә. Киләсәк – йәштәр ҡулында, тибеҙ. Тик уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу ҙа – беҙҙең төп бурыс. Ана шул юҫыҡта бар булмышын, йәнен бирерҙәй шәхестәр осрауы ҡыуандыра.
Айгөл Хәкимова – ябай ауыл ҡыҙы. Республикабыҙҙың Дәүләкән интернат-мәктәбендә һигеҙенсе класты тамамлап, уҡыуын Күмертау педучилищеһында дауам итә. Мәктәптә уҡығанда уҡ геройыбыҙ спортты үҙ итә. Аҙаҡ район ярыштарында ҡатнашып сыныға.
«Мин ҙур ғаиләлә үҫтем. Алты ҡыҙ һәм бер малай. Барыбыҙ ҙа спорт яраттыҡ. Беренсе тапҡыр саңғыға бишенсе класта баҫтым. Һәм әлеге көнгә тиклем унан айырылғаным юҡ. Мәктәп, район ярыштарында һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булдым. Педучилищены тамамлағас, тормош ҡорҙом. Ике улым, бер ҡыҙым бар. Балаларым минең һымаҡ спортты үҙ итте. Өлкән улым – саңғы буйынса Башҡортостан йыйылма командаһына инеп, спорт мастерына кандидат. Уртансыбыҙ ҙа ошо төрҙө үҙ итте. Алла бирһә, ҡыҙымдың да минең юлды һайларына шигем юҡ», – ти ул.



– Беренсе һорауым – беҙҙең виртуаль заманда ниндәй ысулдарҙы ҡулланып, балаларҙы спортҡа йәлеп итә алдығыҙ?
– Ысулдарым юҡ. Балалар үҙҙәре ылыҡ­ты. Күнекмәләр еңел түгел. Әммә һәр береһенең шәхси мөмкинлеген иҫәпкә алып, алдарына бурыс ҡуям. Бынан ике йыл элек, секцияны башлаған саҡта, күнекмә­ләргә биш-алты ғына бала йөрөй ине. Шамонин ауыл мәктәбе директоры Рәшиҙә Әҙһәм ҡыҙы Мостафина беҙҙең башлан­ғысҡа ыңғай ҡарап, кейенеп-сисенеп йөрөргә бина бирҙе. Әлбиттә, әлегә бөтә уңайлыҡ та юҡ. Әгәр айырым тренажер залы, сисенеү бүлмәһе һәм айырым йыуыныу бүлмәһе булғанда, һөҙөмтәләр ҙә ҡырҡа үҙгәрер ине. Шуға ҡарамаҫтан, киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Ата-әсәләр ҙә ярҙам ҡулы һуҙа. Улар ярҙамында республикала тиңе булмаған саңғы трассаһы эшләнде. Бигерәк тә Илһам Ҡотләмбәтовҡа рәхмәтлебеҙ. Ул «Буран» ҡарйөрөгөсө һатып алып, ҡыш буйы саңғы трассаһын тапатып тора. Ғөмүмән, ата-әсәләр бар йәһәттән дә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙгә бит бер ҡайҙан да ярҙам килмәй. Кәрәк-яраҡты үҙ көсөбөҙ менән һатып алабыҙ. Яныраҡ үҙ аҡсама саңғы майлай торған станок алдым. Район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы ла ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Әгәр тәрбиәләнеүселәремдең ата-әсәләре булышлыҡ итмәһә, бер үҙемдең генә тырышлығым һөҙөмтәгә килтермәҫ ине. Шуға күрә уларға ҡабат-ҡабат рәхмәт әйтке килә.
– Тора-бара шөғөлләнеүселәр ҙә күбәй­гәндер?
– Күбәйҙе. Хәҙер ете йәштән алып секцияға 35 бала йөрөй. Улар аҙнаһына ике сменала алты көн шөғөлләнә.
– Алты көн?..
– Алты көн дә аҙ һымаҡ әле ул. Һәр көн айырым расписание буйынса үтә. Балалар бит һәр көн саңғыла йүгермәй. Һәр береһе айырым программа буйынса күнекмәләр уҙғара. Ялҡытырлыҡ итеп баҫым яһарға тырышмай, уйындар уҙғарам. Ике смена тигәндән, иртән 2 – 3-сө класс балалары менән шөғөлләнәм. Төштән һуң 4 – 8-се класс уҡыусылары килә.
– Тренер, уҡытыусы, әсәй... Нисек бары­һына ла өлгөрәһегеҙ ул?
– Әллә инде... Әлбиттә, күберәк ваҡытым күнекмәләрҙә, дөрөҫөрәге, өйҙән ситтә уҙа. Ирем шөғөлөмә ыңғай ҡарашта булһа ла, ҡайһы саҡ, шунда ғына йәшә лә ҡуй, тип шаяртҡаны бар. Мин уға, әйҙә, саңғы трассаһы буйына өйҙө күсереп һалайыҡ та, барыһы ла янымда булыр, тип әйткеләп алам.
– Эйе шул...
– Өйҙө үк күсереп булмаҫ, әммә саңғы базаһын трасса эргәһендә төҙөгәндә, бик шәп булыр ине. Был үтенесемде ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге хупланы. Инде район етәкселеге ыңғай ҡарашын белдереп, бағыусылар табылғанда, хыялым тормошҡа ашыр ине. Һәр хәлдә, иманым камил.
– Изге башланғысығыҙҙың республи­кабыҙҙың спорт етәкселеге яғынан да хуп­лау табырына шик булмаҫ тип уйлайым. Сөнки сәләмәт тормошҡа иғтибар йылдан-йыл арта бара. Бигерәк тә әлеге заман балаларын спортҡа ылыҡтырыу, уларға дөрөҫ тәрбиә биреү – һәммәбеҙҙең дә төп бурысы. Өйҙә интернет, телефонда ултырам, тип ташлап китеүселәр юҡ түгелдер. Бәлки, күнекмәләрҙәге ауырлыҡтар ҙа шуға сәбәпсе булғандыр.
– Төрлөсә. Мин бит балаларҙан күпте талап итмәйем. Һәр береһенең мөмкин­легенә ҡарап, бурыс ҡуям. Күптәр мөкиббән китеп, талаптарымды арттырып үтәй. Тора-бара киткәндәр араһынан ҡабат килеү­селәр ҙә табылды.
– Тимәк, дөрөҫ юлдаһығыҙ?
– Уныһын киләсәк күрһәтер. Мин бит уларҙы һөҙөмтә талап итеп ҡыуаламайым. Үҙҙәре өсөн һау-сәләмәт булып, киләсәктә үҙ урынын тапһын, тип тырышам. ..
– Уңыштарығыҙ хаҡында ишетеп, күреп торабыҙ. Афарин! Ошо секция барлыҡҡа килеүенә лә күп ваҡыт үтмәне шикелле.
– Шөғөлләнеүебеҙгә өс йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, маҡтанып әйтерлек яулаған үрҙәребеҙ бар. Уҡыусыларым ҡыҫҡа ғына ваҡытта, район, республиканан тыш, хатта Рәсәй кимәлендә лә уңыш ҡаҙанды. Әйтәйек, яңыраҡ Силәбелә уҙған Рәсәй кимәлендәге ярышта Линар Хажиәхмәтов Башҡортостан йыйылма коман­даһы составында биатлон буйынса эстафетала өсөнсө урын яуланы. Шулай уҡ Руслан Кәримов та кросс буйынса республика йыйылма командаһы составында эстафетала Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды. 11 йәшлек Данияр Хәйретдинов ике йыл рәттән кросс һәм саңғыроллер буйынса Башҡортостан беренселеге алдынғыһы исемен йөрөтә. Йәштәше Илнар Хәкимовтың да дәрте ташып тора. Ул – ҡала һәм район беренселеге чемпионы.
– Данияр тигәндән, был малай миңә яҡшы таныш. Ул бит беҙҙең Шамонин ауылының республикабыҙҙа билдәлелек яулаған «Дарман» бейеү ансамблендә уңышлы сығыш яһап йөрөнө. Һәм бер ҡараһам, малайыбыҙ юҡ булып, һеҙгә барып сыҡты. Күрәһең, икегә айырыла алмай, спортты үҙ иткәндер...
– Данияр бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Күҙендә бер ҡасан да дәрт осҡоно һүнгәне юҡ. Көнө буйы ярышһа ла, хәле бөтмәҫ кеүек... Шундай балалар булғанда, нисек итеп шөғөлләндермәйһең инде...
– Айгөл, ҡыҙҙар секцияла һирәк күренә түгелме?
– Эйе, ҡыҙҙар нишләптер аҙ йөрөй. Уларға айырым ҡараш кәрәкме инде, белмәйем. Әллә иғтибар юҡ, әллә баш­ҡаһы... Хәҙер командала биш һылыуыбыҙ бар. Нисек булһа ла уларҙы юғалтмаҫ өсөн төрлө сара күрергә тырышабыҙ. Базала күнекмәләрҙән һуң төрлө уйын ойошто­рабыҙ. Күмәкләп ултырып, серләшеп, сәй эсәбеҙ. Быйыл Яңы йыл байрамын да ойошторҙоҡ. Һәр хәлдә, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрергә тырышабыҙ.
– Саңғы спорты, башҡа төрҙәрҙән айырмалы рәүештә, республикабыҙҙа элекке кеүек әллә ни популяр түгел тиһәк тә, хата булмаҫ. Хәҙер бит килемлерәктәрен хуп күрәләр. Шул уҡ биатлонды алайыҡ. Өфөлә уның үҙәге лә бар. Уңыштары ла күренеп тора. Чудов, хәҙер бына Бабиков, Латипов кеүек биатлонсылар Рәсәйҙә генә түгел, донъяла билдәлелек яуланы. Шуға ҡарата һеҙҙең фекерегеҙҙе ишеткем килә.
– Әлбиттә, килемле спорт төрҙәренә ылығыусылар бихисап. Унда дәғүәселек тә ҙур. Сөнки бөтәһе лә балаһын, талантлымы ул, юҡмы, спортсы ғына түгел, ә аҡса эшләүсе лә тип күрә. Шул уҡ биатлон да хәҙер ҙур популярлыҡ яуланы. Республика тарафынан ошондай төрҙәргә иғтибар булғас, ата-әсәләр балаларын яҡлау булырҙай секцияларға алып бара. Шуға күрә беҙ ҙә, ошоно күҙ уңында тотоп, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла биатлон үҙәгенә барып шөғөлләнәбеҙ. Ундағылар ҙа беҙгә ыңғай ҡарашта, ял итеү өсөн бер бүлмәне биреп ҡуйҙылар. Тик бына юлда ғына йөрөүе ауыр. Үҙебеҙҙә лә берәй тир эшләп булмаҫмы, тигән уй башымды ҡатыра... Урын да ҡарап ҡуйғанмын. Был хыял килеп сығырлыҡмы-юҡмы, белмәйем...
– Шулай ҙа базағыҙ булыуы яҡшы. Сөнки күп ерҙә ундайҙар ҙа юҡ тиерлек. Талант булып та, шарттар булмаһа, шөғөлләнеү­селәр ҙә бармаҡ менән һанарлыҡ булыр ине.
– Әлбиттә, тик бына айырым кейенеп-сисенә һәм дә сайынып сыға торған бүлмәһе булһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Шөғөлләнеүселәр һаны кәмемәй, ә арта ғына. Зарланғандан түгел, шөкөр, йылынып, ял итерҙәй бинабыҙ бар. Балалар бер күнекмәне лә ҡалдырмай, ихлас йөрөй. Тырышалар. Хәҙер улар бер татыу ғаиләгә әйләнеп, бер-береһенә терәк булып үҫәләр. Шулай булғас, беҙгә шул юлды дауам итеп, тағы ла яңынан-яңы үрҙәр яулайһы ҡала.



Афарин, тип кенә әйтәһе ҡала Айгөл Әфхәт ҡыҙының изге башланғысына. Уның, инде өс балалы яҡшы әсә булараҡ та, һау-сәләмәт быуын үҫһен тип, ваҡытын йәлләмәй, арымай-талмай хеҙмәт итеүе – һоҡланғыс күренеш. Изге ниәте, моғайын, киләсәктә үҙ емешен биреренә бер кемдең дә шиге булмаҫ. Хөкүмәт тарафынан да ярҙам булырына ышаны­сыбыҙ бар. Бағыусылар ҙа булыр. Сөнки киләсәктә донъя кимәлендә илебеҙ намыҫын яҡларҙай һау-сәләмәт быуын үҫһен өсөн бөгөндән ҡыбырларға кәрәк.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Автор фотоһы





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Урыны билдәле, дәғүәсеһе генә кем булыр?..

Бабиковтың маҡсаты башҡа

Өс «алтын» беҙҙекеләргә көс өҫтәмәне…

Өфөлә Европа мотоуҙышсылары  йыйыласаҡ

Тышта саф һауа – әйҙә, уйнарға!

Бер юлы – өс «алтын»!

19.01.2019 - Спорт Бер юлы – өс «алтын»!


Ун мәргән

18.01.2019 - Спорт Ун мәргән


Көрәш буйынса  Рәсәй чемпионы – Рушан ИЛЬЯСОВ

Шипулин биатлон  менән хушлашты

Башҡортостан  Рәсәй намыҫын  яҡланы

Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай уйындарында рәсәйҙәр 41 миҙал яуланы

Логинов ике «бронза»лы булды