RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Шипулин биатлон менән хушлашты

02.01.2019 Шипулин биатлон менән хушлашты

Рәсәй йыйылма командаһының билдәле биатлонсыһы Антон Шипулин, үҙенең әҙерлекһеҙ булыуына һылтанып, миҙгел башын ярышһыҙ уҙғар­ғанынан һуң, ҡапыл карьераһына нөктә ҡуйырға булды.

Иртәгә ул Екатерина Юрлова-Перхт менән һуңғы тапҡыр Рождество ярышында ҡатнашасаҡ. Китеүенең сәбәбен быйыл уҙған Олимпия уйындарына һылтаны. Белеүегеҙсә, составтың яртыһы тиерлек допинг ғауғаһына эләгеп, уйындарҙан мәхрүм ҡалды. Улар иҫәбендә Шипулин да бар ине. Үҙе әйтеүенсә, ул көрәшкә ныҡлап әҙерләнеп, «алтын»ға өмөт иткән. Сөнки коллекцияһында шәхси беренселектә алтын миҙалы юҡ. Тағы килеп, күптән түгел Австриялағы допинг ғауғаһы ла ошо аҙымға этәргес булған.

Шулай итеп, Антон 32 йәшен дә тултырмай, яратҡан шөғөлөн ташларға ҡарар итте. Ул үҙ карьераһында Рәсәй эстафета командаһы составында Олимпия уйындары һәм донъя беренселеге чемпионы була. Алты тапҡыр донъя чемпионаты призерынан тыш, күп тапҡыр Донъя кубогы еңеүсеһе һәм призеры ла булып таныла.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көрәш буйынса  Рәсәй чемпионы – Рушан ИЛЬЯСОВ

Башҡортостан  Рәсәй намыҫын  яҡланы

Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай уйындарында рәсәйҙәр 41 миҙал яуланы

Логинов ике «бронза»лы булды

Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

«Салауат Юлаев» – алтынсы

Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...