RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан Рәсәй намыҫын яҡланы

23.12.2018 Башҡортостан Рәсәй намыҫын яҡланы

Өфөлә үҫмерҙәр араһында Икенсе Рәсәй – Ҡытай ҡышҡы уйындары уҙҙы

Рәсәй – Ҡытай йәштәр спорт уйындары 2006 йылдан алып уҙғарыла башлай. Уның төп маҡсаты – ике халыҡ араһындағы йылы мөнәсәбәтте тағы ла нығытып, үҫеп килгән йәш быуын спортсыларын халыҡ-ара ярыштарға әҙерләү. Башта йәйге төрҙәр буйынса ғына көс һынашалар. Һәм 2016 йылда Ҡытайҙа тәүге ҡышҡы спорт уйындары уҙа. Унда беҙҙең йәш спортсылар миҙалдар һаны буйынса хужаларҙы ике тапҡырға уҙып, триумф менән ҡайта. Һәм бына сират Рәсәйгә лә етә. Уны уҙғарыу илебеҙ исеменән Өфөгә тапшырыла.


Башҡортостаны­быҙ­ҙың баш ҡалаһына Ҡытай Республикаһынан йөҙгә яҡын үҫмер килһә, Рәсәй йыйылма командаһын Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәс­кәү, Ленинград, Һамар, Смо­ленск, Омск, Сахалин, Мурманск, Свердловск, Тверь, Кемерово һәм Силәбе өлкәләре, Башҡор­тостан, Мордва Республикалары һәм Красноярск крайы спортсылары тулыландырҙы.

Спортсылар хоккей, саңғы спорт төрҙәре, шорт-трек һәм конькиҙа фигуралы шыуыу буйын­са өс көн буйына ярышты.

Беренсе ярыш көнөндә тәүге еңеүселәре лә билдәле булды. Шорт-трек пьедесталын тулы­һынса ҡунаҡтар яуланы. Ҡытай үҫмер егет һәм ҡыҙҙары 1500 метр араға ярышыуҙа беҙ­ҙекеләр­ҙе яҡын да килтермәне. Яҡташыбыҙ Асҡар Әбдрәхимов бишенсе булды. Ә бына 500 метр араға ярышыуҙа Анастасия Жеганова финалға сығып, һөҙөмтәлә бронза миҙал яуланы. Тау саңғыһының команда беренселегендә Рәсәйҙең ике командаһы ла юғары булып, ҡунаҡтар өсөнсө һөҙөмтәгә өлгәште. Шәхси беренселектә лә беҙҙекеләргә етеүсе табылманы. Өфөнән Кирилл Педь – дүртенсе. Саңғыла уҙышыуҙа ла Рәсәй егеттәре менән ҡыҙҙары бөтә юғары урынды үҙ-ара бүлеште. Ҡытайҙа хоккей яңыраҡ үҫешә башланы. Шуға ла улар был йәһәттән күпкә ҡалыша. Шуның өсөн ике команда, уйынсылары менән алмашып, бәйгене дуҫлыҡ осрашыуына әйләндереп, көс һынашты.

Дөйөмләштереп әйткәндә, Рәсәй йыйылма командаһы бөтәһе 41 миҙал яулаһа, ҡытайҙар 31 миҙал менән хушһынды.












Автор: Н.Ҡәҙербаев
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына