RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

10.12.2018 «Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..


йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары дүрт осрашыуҙа бер генә шайба индерҙе

Яйлап быйылғы миҙгелдә лә «Салауат Юлаев» командаһы уҙғанындағы кимәленә ҡайтып бара. Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре, һуңғы арала боҙға нимә өсөн сыҡҡандарын онотопмо, дүрт осрашыу рәттән ни бары бер тапҡыр ғына дәғүәсеһенең ҡапҡаһын «сылатты»… Гол индерә алмағас, еңеү ҡайҙан булһын?!

Алдағы уйындарҙа яулаған мәрәйҙәре генә уларҙы әлегә плей-офф зонаһында тота. Эштәре былай барһа, унда торор­ға ла оҙаҡ ваҡыт ҡалмағандыр. Мәргәнлектәрен арттырыу өсөн Фи­латовты алдылар. Хәҙер килеп «Аҡ барс»тан Бурмистровты ла беҙгә ҡоҙаланылар. Юҡ шул, әлегә килеп сыҡмай... Команда бомбардиры Бурдасов һуңғы ваҡыт уйынға осрашыу аша ғына сыға. Ә инде Умарк гол индереү түгел, матур пастары менән дә командалаш иптәштәрен байытмай башланы. Күрәһең, былтырғы шауҡым менән уйнап килделәр ҙә, яңы «баш» – Николай Цулыгиндың тактикаһына өйрәнеп китә алмайҙар, тигән уй ҡала. Тренерлыҡ эше күренмәй тиерлек. Хәҙер хатта дәғүәсе яғында ла нығына алмай, борт янында ышҡылалар... Комбинацион уйын бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Физик яҡтары ла мөшкөл. Батмаҫ борон нимәлер эшләргә кәрәк. һәр хәлдә, эш шуға барған һымаҡ тойола.

һәм бына, ниһайәт, беҙҙе ишетепме, өфөләр еңеү яулап, ике мәрәйле булды. Улар ҡунаҡта «Слован» хоккейсыларын 5:2 иҫәбенә отто. Голдарҙы Харти­кайнен, Дубровский, Хохряков һәм ике тапҡыр Кугрышев индерҙе. Умарк иһә ике голда булышлыҡ итте.




Автор: Н.Ҡәҙербаев
Фото: ХК "Салават Юлаев" сайтынан






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына