RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 Көрәшсе ҡыҙ

Башҡорт ҡыҙы Динә Ғизәтуллина дзюдо буйынса Рәсәй беренселегендә беренсе урын яуланы!

Йылмайыуы һәр кемде әсир иткән һылыу Динәне урамда күреп, фотомодель, тип уйларға ла мөмкин. Күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матур ҡыҙ тыйнаҡ холҡо менән дә, тормошҡа етди ҡарашы менән дә хайран итә. Динә – самбо, билбаулы көрәш һәм дзюдо буйынса юғары уңыштарға өлгәшкән билдәле спортсы. Үҙен йәлләмәй, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, күнекмәләрҙә ете ҡат тире сыҡҡансы шөғөлләнгән, ауыртыныуҙарға, йәрәхәттәргә ҡарамай алға барған спортсы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Һары ауылында йәшәй. Сәләхетдин Нәбиулла улы менән Разия Рәис ҡыҙы Ғизәтуллиндарҙың татыу ғаиләһендә үҫкән бер бөртөк ҡыҙ ул (атаһы Ҡурған өлкәһенең Арыҫлан ауылы егете булһа, әсәһе Ҡоншаҡ районы башҡорто). Ғизәтуллиндар тәүҙә Силәбе ҡалаһында йәшәй, һуңынан, Динә өсөнсө синыфты тамамлағас, Һары ауылына күсеп ҡайталар.

– Әсәйем – баскетбол, волейбол, атайым ирекле көрәш менән шөғөлләнгәс, миңә лә, үтә теремек балаға, атайым секцияға барырға тәҡдим итте, – тип һөйләй Динә. – Ауылда самбонан башҡа секция юҡ ине, шуға ла әхирәтем Лилиә Хисмәтуллина менән шунда яҙылдыҡ. Тренер Алек­сандр Анатольевич Галактионов менән тәүҙә мәҙәниәт йортонда шөғөлләндек, һуңынан мәктәптә беҙгә урын бүлделәр. Аҙаҡ мәҙәниәт йортонда айырым зал асылды, махсус көрәш маттары бүләк иттеләр. Шуға тиклем гимнастик маттарҙа ташлауҙарҙы өйрәнеп, көрәшкәйнек. Самбо буйынса район, өлкә кимәлендәге ярыш­тар­ҙа еңеп, үҙебеҙҙең федераль округта ла беренсе урын яуланым. 2014 йылда самбонан билбаулы көрәшкә күстем, ә 2017 йылда дзюдо буйынса көсөмдө һынап ҡараным. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Харис улы Йосопов етәкселегендә шөғөлләнәм. Ул мине көрәштәштәремдең алымдарын анализларға, көслө һәм көсһөҙ яҡтарын күрергә өйрәтә. Ғөмүмән, спортта ғына түгел, көндәлек тормошта ла иғтибарлы булырға тырышам, күҙәтергә яратам. Турнирҙарға барғанда, ҡалалар менән, уларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынам. Башҡа шөғөлдәргә ваҡыт та, хәл дә ҡалмай, спорт тулыһынса үҙенә буйһондора.

Динәнең яратҡан спорт төрө – билбаулы көрәш. Ошо көрәш төрө буйынса башҡорт ҡыҙы Рәсәй беренселегендә лә, донъя беренселегендә лә пьедесталдың иң бейек баҫҡысына күтәрелгән. Донъя беренселегендә еңеү яулап ҡайтҡан көндән алып ул ауылда ғына түгел, районда, өлкәлә лә таныла. Кешеләр уны танып, һүҙ ҡуша, уңыштары менән ҡотлай­ҙар. Ә тыйнаҡ Динә, рәхмәтле булһа ла, популярлыҡты артыҡ өнәмәй, иғтибар үҙәгендә булыр­ға яратмай.

– Уңайһыҙланам, – тип йылмая ҡыҙ. – Элек, тәүге мәлдәрҙә, ке­ләмгә сыҡҡанда ныҡ тулҡынлана, еңелһәм тип, ҡурҡа торғайным. Тәжрибә артҡан һайын ҡурҡыу хисе кәмене, әммә тулҡынланыу барыбер ҡалды. Һәр ярыш – һинең өсөн һынау ул. Шул һынауҙарҙы ҡат-ҡат үтеп сы­нығаһың, ауырлыҡтарға күнегәһең. Ә бына атай-әсәйем элек тә минең өсөн өлтөрәп торҙо, әле лә шулай йөрәк­һей­ҙәр. Ярышҡа сығып киткәнемдә ныҡ борсолалар, хис-тойғоларын йәшермәй, ихлас көйәләр. Һинең барыһы ла килеп сығасаҡ, булдыраһың ул, беренсе буласаҡһың, тип фатихаларын биреп оҙаталар, ҡолас йәйеп ҡаршы алалар. Уларҙың шатлығы минең ҡыуанысты тағы ла арттырып ебәрә.

Динә дзюдо менән былтыр ғына шөғөлләнә башлаһа ла, быйыл, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү, уларҙы тапшырыу менән бер рәттән, Рәсәй йәштәренең йәйге спартакиадаһы финалына ла дзюдо буйынса әҙерләнеп, ҡатнашып, мәктәптә лә, ярышта ла алтын миҙалға лайыҡ була. Ошо көндәрҙә иһә тырыш, ныҡымыш спортсы дзюдо буйынса Рәсәй беренселегендә лә беренсе урын яуланы! Һәр спорт төрө кеүек, самбо, билбаулы көрәш, дзюдо ла – көслөләр шөғөлө. Унда көсһөҙҙәргә урын юҡ. Мәҫәлән, Динә спартакиадаға әҙерләнгәндә ҡолағы һына, аяҡ һәм ҡул бармаҡтары иҙелә, тарамыштары тартыла, әммә, шундай йәрәхәттәренә ҡарамаҫтан, ул барыбер ярышта ҡатнашып, еңеүгә ирешә. Бынан тыш, сыҙамлы башҡорт һылыуы спартакиаданың иң яҡшы спортсыһы титулына ла лайыҡлы рәүештә эйә булды.

– Тренерҙарыма, атай-әсәйемә рәхмәт, уңыштарымда уларҙың да өлөшө бар, – ти Динә Ғиз­зәтул­лина. – Бәләкәй саҡта самбо секцияһына бергә барған Лилиә әхирәтем дә көслө спортсы булараҡ танылды. Ул былтыр билбаулы көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә еңде. Лилиә лә, минең кеүек, мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Ул хәҙер Екате­ринбург ҡалаһында иҡтисад фәндәрен өйрәнә, спортты ташламай. Лилиәнән тыш, Ольга Хисмәтул­лина, Кристина Заг­рудинова менән дә дүртенсе синыфтан алып дуҫлашам. Кристина ла тәүҙә беҙҙең менән шөғөлләнгәйне, һуңынан иғтибарын уҡыуға йүнәлтеп, әлеге ваҡытта үҙе өсөн йүгерә, ярыштарҙа, эстафеталар­ҙа ҡатнаша. Ольга иһә электән тулыһынса уҡыуға, белем алыуға сумған. Бына шундай шәп әхирәттәрем бар минең.

Урамда һеҙгә берәйһе бәйлән­һә, алып ҡына һелтәйһегеҙҙер ул, тигән һорауға Динә көлдө: “Мине бында бөтәһе лә танығас, спорт менән шөғөлләнгәнемде белгәс, бер кем дә бәйләнмәй һәм көрәш алымдарын спорт залында ғына ҡулланабыҙ. Спорт залынан урам­ға сығыу менән ябай кешегә әйләнәбеҙ”. Физкультура институтында белем алған алсаҡ Динә – яҡшы уҡыуы, спорттағы уңыштары, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы менән күптәр өсөн яҡшы өлгө. Тап уның кеүек тырыш, намыҫлы, көслө ҡыҙҙар һәм егеттәр – илебеҙ күрке, милләтебеҙ байлығы, халҡыбыҙ ғорурлығы ул. Беҙ ҙә Динә менән ысын күңелдән ғорурланып, уның уңыштары өсөн һөйөнәбеҙ, артабан да еңеүсе булып ҡалыуын теләйбеҙ.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.




Автор: Б.Ҡаһарманова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына