RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

19.09.2018 «Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы
«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге дүрт осрашыуҙа өс еңеү яулап, ҡәҙимге генә уңышҡа өлгәште.
Бигерәк тә һүңғы уйында Кубокка йыл да төп фаворит булып һаналған СКА командаһын 4:1 иҫәбенә отоп, үҙәк белгестәр әйтеүенсә, сенсация яһаны. Бәлки шулайҙыр ҙа, сөнки Питер клубы үҙ майҙанында бик һирәк бирелә. Беҙҙең юлаевсылар ҙа улар менән булған быға тиклем һуңғы дүрт бәйгелә дүрт тапҡыр ҙур иҫәп менән еңелә. Уларҙың 2007 йылдан алып үҙ-ара уйнаған 20 осрашыу һөҙөмтәһенә туҡталғанда, 11-ндә еңеү өфөләр яғында була. Ә бына үҙ майҙанында СКА «Салауат Юлаев» командаһына 2013 йылдан алып отолғаны булмай.
Юлаевсылар Ярославлдә лә уңышлы старт ала. Беренсе осорҙа «Локомотив»ты 2:0 иҫәбенә алдыра килеп, һуңғы ике осорҙа ҡапҡаһына дүрт яуапһыҙ шайба үткәртеп хужалар­ға бирелә.
Шулай итеп, Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре Өфөгә ҡайтып, быйылғы миҙгелдәге тәүге осрашыуын Түбәнге Новгородтың «Торпедо» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Ҡунаҡтар быйылғы миҙгелде бик уңышлы башлап, дүрт уйында дүрт еңеү яулағайны. Уларҙың да етәкселеге алышынып, командаға «баш» итеп, элекке хоккейсы Дэвид Немировски тәғәйенләнде.
Өфөләр был юлы ла еңеүҙе саҡ ҡулынан ысҡындырманы. Өс шайбаға өҫтөнлөк итеп, һөҙөмтәлә бәйге 4:3 юлаевсылар файҙаһына тамамланды.
Бөгөн «Салауат Юлаев» клубы принципиаль дәғүәсеһе «Аҡ барс» менән уҙғара. Ҡазан командаһы иһә, әлегә биш осрашыуҙа биш мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды биләй.
Яңыраҡ һаҡсы Алексей Семенов юлаевсылар составын тулыландырҙы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына