RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..

04.08.2018 Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..
Яңыраҡ Рәсәй йыйылма командаһы футболсыларына донъя чемпионатында уңышлы сығыштары өсөн дәүләт наградалары тапшырылды.
Мундиалдә һигеҙенсе урын алыу уңайынан уларҙың һәр береһенә «Атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелде. Ә бит һигеҙ уйынсы беренселек буйына бер ҙә яланға сыҡмай, башҡалар рәтендә исемгә лайыҡ булды. Ошоға бәйле, күптәр үҙ фекерен белдереп, бының менән килешмәне. Йәнәһе, һигеҙенсе урын яулағандарҙы бер ҡасан да бындай юғары награда менән баһалағандары булмай. Сөнки был исем менән Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында үрҙәр яулаған һәм ҡайһы бер айырым батырлыҡ күрһәткән спортсылар билдәләнә. Ә улар, үрҙә яҙылғанса, был критерийға бөтөнләй тура килмәй. Волейбол буйынса Олимпия уйындары призеры, ике тапҡыр донъя чемпионы Екатерина Гамова, футболсыларҙы тәнҡитләп, уларҙы ошолай баһалау исемдең бәҫен төшөрөүгә тиң, тине. Уның менән килешеп, башҡалар ҙа үҙ фекерен белдерҙе. Олимпия уйындары чемпионы, волейболсы Дмитрий Мусэрский ҙа, юғары исемдең бер ниндәй ҙә әһәмиәте ҡалманы, тине. Гамованы яҡлап, биатлон буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Тихонов, конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса данлыҡлы тренер Татьяна Тарасова, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Максим Траньков, билдәле футболсы Олег Мостовой, Андрей Канчельскис, Евгений Алдонин һәм башҡалар сыҡты.
Әлбиттә, уларҙы аңларға була. Сөнки спортсыларҙың барыһы ла хуплауға лайыҡ. Тик футбол буйынса беҙ күптән бындай уңышты күргәнебеҙ булманы. Күрербеҙ, тип тә уйламаныҡ. Һәм шуның өсөн дә улар ҙур батырлыҡ күрһәткәндәй тойолдо. Ә улар, ысынлап та, сенсация яһаны, шуға ла Хөкүмәт ошо исем менән баһаларға булғандыр. Тик бына ҡатнашмағандарҙы бүләкләмәһәләр ҙә булыр ине, сөнки юғары исемгә лайыҡ булмауын үҙҙәре лә аңлар ине, моғайын…










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына