RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман

02.08.2018 Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман

Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман
Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Нариман Хөснуллин футбол буйынса донъя чемпионатында ашнаҡсы булып эшләгән

Рәсәйҙә тәү тапҡыр уҙғарылған футбол буйынса донъя чемпионаты илебеҙҙәге иң төп спорт байрамдарының береһе булып тарихҡа инде. Был сара көйәрмәндәр өсөн сирек финалға тиклем етеү, ә ҡайһы берәүҙәр өсөн онотолмаҫлыҡ хеҙмәт практикаһы булып иҫтә ҡаласаҡ.

БДАУ-ның аҙыҡ-түлек технологиялары факультетының 3-сө курс студенты Нариман яҙғыһын уҡ, зачеттар мәлендә, йәйге хеҙмәт практикаһын хәстәрләй башлай. Буласаҡ ашнаҡсыларға студент саҡтан уҡ стажировка үтә башлау мөһим – сөнки яҡшы кулинар тәжрибәһен туплау өсөн даими практика кәрәк. Егет Мәскәүҙәге спорт сараларына ваҡытлыса эш тәҡдим иткән иғлан буйынса яҙа һәм … «Лужники» стадионының ашханаһына эләгә. Нариман, донъя кимәлендә уҙғарылған сарала ҡатнашасағын белгәс, тәүҙә юғалып ҡалһа ла, аш-һыу бүлмәһендә дәртләнеп эшкә тотона.
Футболсыларҙы һәм чемпионаттың төп бағыусыларын «люкс» кимәлендәге донъялағы иң күренекле бренд аҫтындағы француз ашнаҡсылары туйындыр­ған. Иң яҡшы аш-һыу оҫталары тупланған компанияла эшләү бәхете бик һирәктәргә генә татый. Йәш оҫтаға эҫе аш төрҙәренән ит киҫәктәре, тунец балығынан стейк, йәшелсәләрҙе парҙа бешереү йәки быҡтырыу һәм башҡа бурыс йөкмәтелә. Шулай уҡ капрезе ҡабымлығын әҙерләү, десертҡа тирамису һәм круассан бешереү ҙә Нари­мандың яуаплылығында була.
Буласаҡ һөнәренә етди ҡараған егет онотолмаҫлыҡ файҙалы тәжрибә туплауына шатланып бөтә алмай. Чемпионатта ул коллегалары менән инглиз телендә генә аралашҡан, шунлыҡтан барыһына ла, мотлаҡ телдәрҙе өйрәнегеҙ һәм маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу юл ярығыҙ, тип өндәшә.

Л. ХӘЛИТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына