RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Данлыҡлы биатлонсы уйындарһыҙ ҡалмаҡсы

24.01.2018 Данлыҡлы биатлонсы уйындарһыҙ ҡалмаҡсы

Данлыҡлы биатлонсы уйындарһыҙ ҡалмаҡсы
йәки Уле Эйнар Бьорндаленға үҙ карьераһындағы алтынсы Олимпия уйындарынан һуң етенсеһенә ишек ябылырмы?..

Донъяның данлыҡлы биатлонсыһы, Норвегия спортсыһы Уле Эйнар Бьорндален оҙаҡламай башланасаҡ сираттағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашмаясаҡ.
Ул 1994 йылдан алып алты уйында ҡатнаша һәм һигеҙ тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы була. Бынан тыш, дүрт көмөш һәм бер бронза миҙал яулай. Донъя беренселегендә дан ҡаҙанған спортсы 20 тапҡыр чемпион исемен ала.
Әлеге уҙған биш донъя этабы һөҙөмтәһе буйынса оҙаҡламай 44 йәшен тултырасаҡ ветеран 18-се урындан да юғары күтәрелә алмай, Норвегия йыйылма командаһы составына эләкмәне. Үҙе иһә, Кореяла уҙасаҡ Олимпия уйындарына ныҡлап әҙерләнгәнмен, уңышҡа ла өлгәшергә ышанысым бар, тип иҫәпләй.
Нишләйһең, ҡасан да булһа был көн һәр спортсыға ла етергә тейеш.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...