RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ

11.12.2017 Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ

Әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалдыҡ
Дә-ә, шул хәлгә лә барып еттек… Ҙур, бай держава әләмһеҙ, гимнһыҙ һәм дә дәрәжәһеҙ ҡалды.
Беҙҙең спортсылар оҙаҡламай Көньяҡ Кореяла башланасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында ғына сығыш яһарға рөхсәт алды. Унда ла Халыҡ-ара Олимпия комитеты ҡарары буйынса ғына Рәсәйҙең һайланма спортсыларының ҡатнашыуы көтөлә. Әйтәйек, элек допинг ҡулланып, дисквалификация үткәндәргә ишек ябыҡ. Мәҫәлән, конькиҙа йүгереүсе Денис Юсков, Павел Кулижников һәм биатлонсы Александр Логинов менән Ирина Старых уйындар тураһында хыялланмаһа ла була. Шул уҡ ҡарар Сочи уйындары еңеүселәренә лә ҡағыла. Спортсылар йәл… Ғүмер буйы тырыш-тырыш та, кемдер арҡаһында хыялың юҡҡа сыҡһын әле. Көнбайыш илдәре беҙҙе был йәһәттән дә һындырырға булды һәм маҡсатына иреште. Әлбиттә, күп билдәле сит ил спортсыһы беҙҙе ҡурсалап маташ­һа ла, уйы менән барыбер беҙҙең ҡатнашыуға ҡаршы ине. Нишләйһең, киләсәккә Рәсәй өсөн был бик ҙур дәрес булды. Ул ғына ла түгел, Рәсәй Олимпия комитеты, уның башлығы Александр Жуков менән, Халыҡ-ара Олимпия комитеты ағзалығынан ваҡытлыса алынды. Ә инде вице-премьер Виталий Мутконы бөтөнләй ғүмерлеккә уйындарҙан ситләттеләр.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

«Салауат Юлаев» – алтынсы

Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..

Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман