RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҫҡаса...

25.12.2015 Ҡыҫҡаса...

Ҡыҫҡаса...* Профессиональ бокссылар араһында IBF версияһы буйынса донъя чемпионы титулы өсөн ярышта Силәбе башҡорто Денис Шафиҡов еңел ауырлыҡта Куба спортсыһы Рансесу Бартелемиға мәрәйҙәр буйынса еңелде. Уның иҫәбендә – бөтәһе 36 еңеү (19-ы нокаут), бер тапҡыр тигеҙ иҫәпкә айырылыша, ике тапҡыр еңелә.

* Билдәле футболсы Александр Кержаков, ниһайәт, командалы булды. “Зенит” составында һаналып, улар өсөн уйнамаған уйынсы яңыраҡ Швейцарияның “Цюрих” клубына арендаға бирелде. Үҙе әйтеүенсә, башҡа ергә саҡырыуҙар булһа ла, ул “Цюрих”ты яҡын күргән. Киләсәктә, Рәсәй спорт министры Виталий Мутко күҙаллауынса, маҡсаты – төп командаға эләгеү.

* Гандбол буйынса донъя чемпионатында Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы төркөм уйындарын уңышлы үтеп, сирекфиналда Польшаға абынды. һөҙөмтәлә улар, турнир хужаһы – Дания командаһын еңеп, бишенсе урын менән ҡәнәғәтләнде. Беренселә – Норвегия, икенселә – Голландия ҡыҙҙары.

* Рәсәй футбол йыйылма командаһының элекке баш тренеры, билдәле Гус Хиддинк Англияның “Челси” клубына баш тренер итеп тәғәйенләнде. Ул быға тиклем Төркиә, һуңынан Голландия йыйылма командаларын етәкләй.

* Йыл да уҙған КХЛ беренселегенең Көнсығыш һәм Көнбайыш конференциялары хоккейсыларынан төҙөлгән командалар араһындағы “йондоҙ”ҙар матчына “Салауат Юлаев”тан Александр Логинов менән Линус Умарк алынды. Беренсе “пятерка”ға уйынсыларҙы көйәрмәндәр тупланы. Икенсе һәм өсөнсө “пятерка” хоккейсыларын спорт журналистары менән КХЛ етәкселеге һайлаясаҡ.

* Халыҡ-ара футбол федерацияһы президенты Йозеф Блаттерҙы һәм Европа футбол союзы ассоциацияһы башлығы Мишель Платиниҙы футболдан һигеҙ йылға ситләттеләр.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына