«Йәшлек» гәзите » --- » Март



28.02.2014 Март

Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
Март
1 – Халыҡ-ара гражданлыҡ оборонаһы көнө.
8 – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
9 – Геодезия һәм картография хеҙмәткәрҙәре көнө.
10 – Архивтар көнө.
15 – Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау көнө.
16 – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө.
19 – Рәсәй армияһы һәм Европаның союздаш илдәре ғәскәр­ҙәренең Парижға инеү көнөнә – 200 йыл.
21 – Халыҡ-ара Ер көнө.
– Бөтә донъя шиғриәт көнө.
22 – Бөтә донъя һыу көнө.
23 – Бөтә донъя метеорология көнө.
24 – Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө.
25 – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
27 – Халыҡ-ара театр көнө.

1 – күренекле фольклор белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы Салауат ГАЛИНДЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1934 – 2010).
5 – физика-математика фәндәре докторы, профессор Әхтәр ҒАЙСИНҒА – 60 йәш (1954).
– яҙыусы Сөләймән ЛАТИПОВҠА – 60 йәш (1954).
12 – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә КӘРИМОВАҒА – 75 йәш (1939).
14 – шағир, прозаик Рәйес РИЯНОВҠА – 80 йәш (1934).
– БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙай­бирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Рәсүл СӘҒИТОВҠА – 50 йәш (1964).
15 – Башҡортостандың халыҡ артисы Рамазан ЙӘНБӘКОВҠА – 80 йәш (1934).
– филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр академияһы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы Әхмәт СӨЛӘЙМӘ­НОВ­ҠА – 75 йәш (1939).
30 – шағирә Рәмзәнә ӘБҮТАЛИПОВАҒА – 60 йәш (1954).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға