«Йәшлек» гәзите » --- » Мәҙәниәт яңылыҡтары



16.08.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

«Театр төнө» һеҙҙе көтә!
Республика театрҙары яңы миҙгелде асыу алдынан Өфөлә беренсе тапҡыр «Театр төнө» мәҙәни сараһын үткәрәсәк.
Әйткәндәй, был үҙенсәлекле проект 100 мең һумлыҡ Президент грантына лайыҡ булды.
12 сентябр­ҙә ‒ «Театр төнө»ндә ҡа­ланың бөтә театр һәм мәҙәниәт һарайҙарының ишектәре тамашасы өсөн асыҡ буласаҡ. Ә «Баш­автотранс» компанияһы ҡала халҡына уңайлы булһын өсөн «Театраль маршрут» ойошторасаҡ.

Өфөлә Халыҡ-ара рок-­музыка фестивале үтәсәк

14 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында «DMC Fest» халыҡ-ара музыка фестивале ойоштороласаҡ.
Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән «Ария», «Смысловые Галлюцинации», «7Б», «Княzz» («Король һәм Шут»), «Animal ДжаZ», «Нервы» (Украина), «Слот», «Год Змеи», «Huun-Huur-Tu» (Тыва Республикаһы), «Туран» (Ҡаҙағстан Республикаһы) төркөмдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш, сарала яҡташыбыҙ, билдәле музыкант Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө лә сығыш яһаясаҡ.
«DMC Fest 2013» фестивале барышында «Музыкаль берҙәмлек көнө» этнофорумы ла уҙғарыласаҡ. Тамашасылар иғтибарына этник стилдә башҡарыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре, музыка ҡоралдары күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.
Фестивалгә Өфөнөң туғандаш ҡалалары Галле, Анкара, Шэньян һәм Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, сит илдәрҙән делегациялар киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға