«Йәшлек» гәзите » --- » Чиновниктар профессияһын алмаштыра



21.05.2013 Чиновниктар профессияһын алмаштыра

Чиновниктар профессияһын алмаштыра Кисә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы министрлығы «Чиновниктар профессияһын алмаштыра» исемле акция уҙғарҙы. Уның барышында юғары дәрәжәле чиновниктар – министрҙар производство өлкәһендә үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә фрезерлаусы булып эшләне. Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев «Өфө икмәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә икмәк бешерҙе. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы министры Ленара Иванова «КПД» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә штукатур – буяусы булды. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко «Алексеевский» совхозында машинаһы һауыу операторы халатын кейҙе.
Был акцияның маҡсаты - халыҡ араһында тап эшсе профессияларына иғтибар йүнәлтеүгә, уның абруйын күтәреүгә арналған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға