«Йәшлек» гәзите » --- » Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...



01.11.2019 Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Башҡортостан биатлон мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, билдәле Антон Бабиков, Рәсәй спорт телеканалы комментаторы Дмитрий Губерниевтың уға ҡарата булған мөнәсәбәтенә иғтибар итмәүен белдерҙе.
“Уның эше башҡа, минеке лә уға ҡағылмай. Әлбиттә беҙ бер өлкәлә ҡайнайбыҙ, әммә тормошобоҙ айырым. Нисек теләйем, шулай йәшәйем. Әгәр инде ул тапшырыуына саҡырһа, унда бәлки, ҡарарбыҙ”, - тине яҡташыбыҙ.
Уҙған миҙгелдә Губерниев һәр ваҡыт Бабиковҡа дәғүәһен белдереп, уның торошона фекерен еткереп торҙо.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға