«Йәшлек» гәзите » --- » Бөгөн Өфөлә 150-нән артыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрен бүләкләйҙәр



25.10.2019 Бөгөн Өфөлә 150-нән артыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрен бүләкләйҙәр

Бөгөн Өфөлә 150-нән артыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрен бүләкләйҙәрӘлеге ваҡытта Ф.Ғәскәров исемендәге концерт залында БР ауыл хужалығы алдынғыларына дәүләт наградаларын һәм аҡсалата премиялар тапшырыу тантанаһы бара.

Тантанаға саҡырылғандарҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов бүләкләне.

Илшат Илдус улы белдереүенсә, ауылда йәшәү өсөн бар шарттар тыуҙырыла, аграр өлкә үҫешһен һәм тармаҡҡа йәштәр ҡайтһын өсөн барыһы ла эшләнә.

Һүрәттәге ағай - Әхмәт Рафиҡов Мәләүез районының Салауат исемендәге АХК-һында 42 йылдан ашыу эшләй. Оҙаҡ йылдар дауамында һөҙөмтәле хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн уға Башҡортостан Республикаһының Почетлы грамотаһы бирелде.

"Әле мин баш энергетик вазифаһында. Беҙҙең хужалыҡ йылдам үҫешә. Һөтсөлөктө арттырабыҙ, һауымды 20 тоннаға еткерергә уйлайбыҙ. Яңыраҡ 17 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө тапшырҙыҡ. Республиканың ауыл хужалығына өмөт бар. Ул үҫешһен өсөн йәштәр күберәк кәрәк", - тип белдерҙе Әхмәт Әнүәр улы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға