«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?



20.05.2019 Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Кремлдә Рәсәй Президентының һуңғы ете йыл эсендәге күрһәтмәләрен үтәү буйынса һығымта яһалған.

Ете йыл тигәнебеҙҙә 2012 - 2019 йыл арауығы күҙ уңында тотола. Әле был йылдың яртыһы ла үтмәгән.

Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, дәүләтебеҙ башлығының барлығы 17,5 мең күрһәтмәһенең 86 проценты үтәлгән.

Әлбиттә, был 86 процент уртасараҡ һандыр. Песков бит, тәүге ваҡыттарға 47 процент самаһы үтәлә, ә ҡалғандары оҙонайтыла. Президент хакимиәте ризалығы менән инде.

Кремль Владимир Путиндың ҡушҡандарын ваҡытында үтәмәүселәрҙе белә. Шулай тигән хәбәр ҙә таралғайны. Ундайҙарҙы Премьер-министр Дмитрий Медведев та шелтәләгәне бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға