«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш



09.05.2019 Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса Совет ултырышы үткәрҙе. Ил етәксеһе маҡсаттарға ынтылыштан ҡәнәғәт түгел, шикелле.

Президент милли проекттар тураһында былтыр 7 майҙа, үҙенең сираттағы мөҙҙәтенең инаугурацияһында әйткәйне. Указ да сыҡты.
Шунан һуң бит инде беҙ киләсәккә тағы ла амбициозыраҡ пландар ҡороп йәшәй башланыҡ. Һикереш яһау тураһында ла яр һалдыҡ. Был хаҡта ил етәксеһе Мөрәжәғәтнамәһендә, журналистар менән ҙур матбуғат конференцияһында, башҡа сығыштарында ла һөйләне. Маҡсат: Рәсәй донъяның иң көслө биш иҡдисады исемлегендә булырға тейеш.
Ә әлегә беҙгә ошо маҡсатҡа табан йүнәлеү, халыҡтың тормошон яҡшыртыу, алға ҙур һикереш яһау өсөн өҫтөнлөклө милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мөһим.
Кеше вәғәҙәләрҙән туйған. Уларға һөҙөмтә кәрәк.
"Я не раз говорил: людям не интересны абстрактные обещания. Им не важно, как согласовывали, когда перечисляли средства на те или иные мероприятия. Гражданам важен результат, и не в отдаленном будущем, а сейчас. Во всяком случае они должны видеть, что процесс идет, он позитивный и приводит к результатам. Обращаюсь ко всем должностным лицам, которые отвечают за реализацию нацпроектов: нужно предъявлять людям плоды своей работы, те самые понятные, осязаемые изменения, которые улучшают жизнь российских семей, каждого человека", - тине Владимир Владимирович.
Һәм тағы дауам итте: “Однако, к сожалению, вынужден об этом сегодня прямо сказать, мы вновь нередко сталкиваемся с инертным бюрократическим подходом, с желанием переложить ответственность, сдвинуть массив содержательной работы «на потом». То и дело безосновательно, буквально по своему усмотрению переносятся сроки подготовки нормативных актов и реализации мероприятий нацпроектов...”
Президент бик етди ине. Нимә эшләнгән, нимә эшләнергә тейеш, проблемалы яҡтарын йәшермәй-нитмәй, “инвентаризация” үткәрергә тәҡдим итәм, тине Владимир Путин.
Ил башлығы ултырышта матур докладтарҙы тыңлағандан һуң, аңлағандыр: беҙгә әле һикереш яһарға-ааа. Яуаплы эште яуаплы башҡарырға кәрәк тәүҙә. Ә аҡса бар.
Ошо саранан һуң, моғайын, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса эштәр йылдамланыр... Көтәйек шулай ҙа...



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға