«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар



14.02.2019 Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Бөгөн Сочиҙа Рәсәйҙең инвестиция форумы тамамлана. Башҡортостан делегацияһын Радий Хәбиров үҙе етәкләй. Был сарала ҙур суммаға инвестиция проекттары буйынса килешеү төҙөлдө.

Форумдың пленар өлөшө “Уңыш факторы: идеялар, кадрҙар, компетенциялар” тип аталды. Унан һуң Рәсәй төбәктәре етәкселәре Премьер-министр Дмитрий Медведев менән осрашты.

Ошо сараның көн тәртибенә ярашлы, Башҡортостан менән таныштырыу өсөн махсус күргәҙмә лә ҡуйылды. Унда форумға йыйылыусылар республиканың инвестиция мөмкинлектәре, ауыл хужалығы, транспорт, юл буйынса инвестиция тәҡдимдәре менән танышырға мөмкин ине.
Радий Хәбиров төрлө компания етәксеһе менән 30 миллиард һумға торошло килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Улар аграр тармаҡҡа ҡағыла. Инвестиция проекттарына ярашлы, Бәләбәй, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Кушнаренко, Федоровка райондарында ҙур малсылыҡ комплекстары төҙөләсәк.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға