«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшен үткәрергә тәҡдим яһаған. Ләкин юбиляр баш тартҡан.



30.01.2019 Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшен үткәрергә тәҡдим яһаған. Ләкин юбиляр баш тартҡан.

Был аҙнала Башҡортостандың элекке һәм хәҙерге етәксеһе йәнә осрашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Фәрит улы менән Мортаза Ғөбәйҙулла улы былтыр 13 ноябрҙа күрешкәйне.

Әле Р.Хәбиров М.Рәхимовтың 7 февралдә буласаҡ 85 йәшлек юбилейын тантаналы рәүештә үткәрергә тәҡдим яһаны. Ләкин Мортаза Ғөбәйҙулла улы был хөрмәттән баш тартты.

- Республикала байрам кәйеф-сафаһы ҡора торған ваҡыт түгел, күп проблемаларҙы кисектергеһеҙ хәл итергә кәрәк, - тип белдерҙе Башҡортостандың тәүге Президенты. Мортаза Рәхимов Радий Хәбировҡа Сибайҙағы экологик ҡазаны хәл итеүҙә уңыш теләне, ҡала халҡы республика етәксеһенә ярҙам итер тигән теләк әйтте. Ул шулай уҡ власть һәм йәмғиәт Урал аръяғында тәртип булдырыр, электән килгән социаль проблемаларҙы хәл итер тип әйтте.

Мортаза Рәхимов 7 февралдә Радий Хәбировтан ҡотлау открыткаһы алһа ла, гәзиттәрҙә ҡотлау күрһә лә ҡыуанасағы тураһында белдерҙе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: bashinform.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға