«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде



10.01.2019 Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы» эксперттары төҙөгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде.

«Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Торатау һәм Йөрәктау шихандарын һаҡлау өсөн «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында ҡарарынан һуң уның рейтингы күтәрелә башланы», — тиелә хәбәрҙә.

Билдәләнеүенсә, Радий Хәбиров рейтингта 24-се урынды биләй ине. Әле республика етәксеһе 21-се баҫҡыста.

Тәүге өсәү иҫәбенә Мәскәү мэры Сергей Собянин, Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров, Санкт-Петербург губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Беглов инде.





Автор: "Башинформ" агентлығынан алынды
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға