«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!



18.12.2018 Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

– Һүҙ һуңында шуны әйтер инем: әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе провинциалдар итеп тоймайыҡ. Беҙҙең ғорурланырлығыбыҙ бар. Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ дөрөҫ әйтә: ”Без булдырабыз!” Ә мин йылыусыларға: “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” – тиер инем. Әгәр беҙҙе үтеп китеүсе төбәктәрҙе ҡёабаттан уҙырға теләһәк, беҙҙең башҡа сара юҡ. Шунда инде яңынан алғы сафтарға сығыр инек. Әйткәндәй, был беҙҙең яңы девиз булһын әйҙә.

Мин кешеләрҙе ҙур һүҙҙәр, тормошҡа ашмаҫлыҡ вәғәҙәләр менән алдарға теләмәйем. Минең командам тураһында: ”был кешеләр әйткәнен эшләне”, – тиһәләр, мин юҡҡа йәшәмәнем тип иҫәпләр инем. Әйҙәгеҙ, бөгөн үк иҫкелек, алама менән хушлашайыҡ та, тормошобоҙҙо яҡшыртыусы аҙымдар яһайыҡ. Был минең стратегиям. Алға, Башҡортостан! – тип тамамланды быйылғы Мөрәжәғәтнамә.

Ҡалған тезистар яңылыҡтар таҫмаһында: https://www.ye02.ru/online/





Автор: А.Ишемғолова
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға