«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Силәбеләге вәкиллеккә – 20 йыл



11.12.2018 Силәбеләге вәкиллеккә – 20 йыл

Башҡортостандың күрше Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең 20 йыллығы тантаналы билдәләнде. Ошо уңай менән беҙҙе тәбрикләргә өлкә үҙәгенә Чехия, Вьетнам, Ҡырғыҙстан, Ингушетия илселәре лә килде.
Шулай уҡ Көньяҡ Уралдың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, дини лидерҙар, Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең муниципаль райондары хакимиәттәре башлыҡтары ла йыйылды.
Вәкиллектә эшләүселәргә, әлбиттә, беҙҙең республика Башлығы Радий Хәбировтың да Ҡотлау хаты уҡылды. Күршеләргә юлланған Башҡортостан делегацияһын Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов етәкләне. Ул Үрге Уфалей ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәнүзә Зарипова менән “Уралым” медиа-холдингының баш мөхәррире Нурия Иҡсановаға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Тантанаға арнап бай мәҙәни программа ла әҙерләнгәйне. Нефтекама филармонияһы артистары, Zainetdin, Рөстәм Ғиззәтуллиндың сығыштары, башҡа һәләтле ижадсыларҙың байрам күстәнәсе йыйылыусыларға бик оҡшаны.
Республикабыҙ башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренең бер өлөшө булған Силәбе өлкәһе менән бар яҡлап та тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Берлектә бихисап проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Тап шулай булырына шик юҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға