«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды



04.12.2018 Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

3 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған концертта булды.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған концерт программаһына Хашим Мостаев ҡуйған бейеүҙәр ингән. Улар иҫәбендә – «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары» һәм башҡалар.





Автор: А.Ишназаров
Фото: БР Башлығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға