«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы



07.11.2018 Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы

Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы
Башҡортостанда халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен, призерҙарын, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2018 йылдан «уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаһы (конкурсы) еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырыла».

Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар өсөн премия күләме һәр береһенә 60 мең һум тәшкил итә. Призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 30 мең һум тапшырыла.

Олимпиадалар мәғариф өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары бойороҡтары менән раҫланған олимпиадалар исемлектәренә инергә тейеш.

«Бер нисә олимпиада еңеүселәренә һәм (йәки) призерҙарына премия һәр ҡаҙаныш өсөн айырым түләнә», тип билдәләнә указда.

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостанда 1,3 меңдән ашыу дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 468 мең уҡыусы иҫәпләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға