RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ

26.10.2010 Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙ

Һаналдыҡ. Һөҙөмтәләрҙе көтәбеҙРәсәйҙә мөһим дәүләт сараһы – халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов билдәләүенсә, перепись 2002 йылдыҡына ҡарағанда тынысыраҡ үтте, халыҡтың иҫәпләнеүҙән күпләп баш тартыуы күҙәтелмәне. Теге йәки был кешенең һорауҙарға тулы яуап бирмәүе айырым осраҡтарҙа ғына булған. Ул саҡта переписчик анкетаға бары тик граждандың енесен һәм йәшен яҙған.
Әйткәндәй, әлеге иҫәп алыу сараһында иң ҡыҙыҡ яуапты ла теркәгәндәр. «Росбалт» мәғлүмәт агентлығы билдәләүенсә, Ставрополдә төҙөлөштә эшләүсе бер тажик гастарбайтеры милләтен «плиточник» тигән. Законға ярашлы (уның буйынса переписчик тик яуап биреүсе һүҙҙәрен генә яҙа ала), был яуап тап шулай тип яҙылған да. Белгестәр, бындай яуаптар дөйөм картинаны боҙмай, тип белдерә. Үҙенсәлекле «милләттәр» меңгә тулмаһа, «башҡалар» («другие») категорияһына индерелә.
Әле илдең ҡайһы бер төбәктәрендә иҫәп алыу дауам итә. Бүрәт Республикаһының, Йәһүд автономиялы өлкәһе, Ямал-Ненец Автономиялы Округы, Свердловск һәм Төмән өлкәләренең төпкөл райондарында халыҡты йыл аҙағына тиклем һанаясаҡтар. Күптән түгел тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән Краснодар крайында ла иҫәп алыу ваҡыты оҙайтылған.
23 октябргә ҡарата Башҡортостанда 3 миллион 621 мең 895 кеше һаналған. Был – дөйөм халыҡтың 90 проценты. Иҫәп алыусылар 1210 сит ил кешеһен теркәгән. Тағы ла 20 мең самаһы кеше айырым контингентҡа ҡарай. Әйткәндәй, һәр переписчик иҫәп алыу акцияһы барышында төрлө күңелһеҙ осраҡтарҙан страховкаланғайны. «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, 12 иҫәп алыусыны эт тешләгән.
Бөгөндән башлап тағы бер нисә көн переписчиктар инструктор менән бергә йорттар буйлап контроль йөрөп сығыу ойоштора. Кем һаналмай ҡалған, ошо мәлдән файҙаланып ҡалыу зарур. Акцияның тәүге һөҙөмтәләре менән 2011 йылдың апрелендә таныштырырға вәғәҙә бирә статистиктар.

А. ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы