RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында

19.10.2010 Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында

йәки Хәйбуллалар ниңә Питерға китә?
Иҫәпкә бар, һанға юҡ милләттәштәрем хаҡында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының икенсе көнөндә, был сараның нисегерәк үтеүен үҙ күҙҙәрем менән күҙәтеү ниәтендә, ауылға юлландым.
Хәйбулла районының Сиҙәм ауылына килгәс тә, ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Флүзә Аслаева аша иҫәпкә алыусыларҙың эҙенә баҫтым. Вазифа апай Сәйфуллина – Сиҙәм ауылындағы өс иҫәп алыу­сының берәүһе, уға алдағы ике аҙна эсендә үҙенең участкаһындағы барлыҡ йорттарҙы урап сығып, ауылдаштарын барлап сығыу шарт. Беренсе йортҡа йүнәләбеҙ, юл ыңғайында юлдашым ауылы, үҙе хаҡында һөйләй.
– Егерме йылдан ашыу ауыл хакимиәтендә эшләнем, шуға ла ҡайһы йортта кем йәшәгәнен яҡшы беләм. Ошо мәлдә кемдең өйҙә, кемдең эштә булырын да тоҫмаллайым. Анау йорттағылар, мәҫәлән, Санкт-Петербургҡа эшкә китте. Йорттары бикле тора. Әйҙә әле, Зөфәр ҡустыларҙан башлайыҡ йомошто.
Зөфәр ағай өйҙә булып сыҡты. Хужаның тәҡдименән файҙаланып, түргә уҙабыҙ. Вазифа апайҙың үҙ эше, минең маҡсатым иһә – ауыл халҡынын нисек көн күреп, ҡайҙа эшләгәнлеген асыҡлау.
Зөфәр ағай тракторсы булып эшләгән, хәҙер иһә ул эшһеҙ, өйҙә ултыра.
– Яҙлы-көҙлө фермерҙарға ялланып эшләп алам, ә аҡса түләнгән даими эш табып булмай. Улым да ситтә, Екатеринбургта, эшләп йөрөй. ҡатыным – эштә, ҡыҙҙар ҙа күптән эйәле-башлы.
Киләһе йортта беҙҙе хужабикә ҡаршыланы. Хужа – эштә, Себерҙә. ҡыҙҙар – уҡыуҙа. Әлфиә апай үҙе эшһеҙ.
– Ирем совхозда механизатор булып эшләне, аҙаҡ, аҡса булмағас, мәктәпкә күсте. Ситкә сығыуына биш йыл инде. Ике ағайым да уның менән бергә ҡырҙа йөрөй, еңгәләрем, минең кеүек, донъя көтә.
Питерҙа йөрөй, тигәндәр өйҙәрендә күренгәс, уларға ла инеп сыҡтыҡ. Хужа менән хужабикә, әйберҙәрен төйнәп бөтөп, «сумаҙан өҫтөндә» көн итә.
– Ике аҙнаға тип кенә ҡайтҡайныҡ, мөлкәткә бәйле суд ҡарарын көтөп, оҙаҡлап киттек. Күптән эшкә китергә тейеш инек.
– Питерҙа эшләйһегеҙ тип ишеткәйнем.
– Питерҙа ете йыл эшләгәндән һуң, әле үҙем Нефтеюганскиҙа йөрөйөм. ҡатыным Питерға юлланасаҡ. ҡыҙыбыҙ – Пытьяхта.
– Төрлөгөҙ төрлө яҡта икән?..
– Шулай. Тырышып, улыбыҙға Питерҙа фатир алып бирештек тә, хәҙер инде пенсияға сыҡҡансы шулай сит яҡтарҙа эшләргә мәжбүрбеҙ.
Күңелһеҙ әңгәмәгә хужабикә Рәшиҙә апай ҡушылды:
– 1978 йылда килгәйнек бында. Совхоздың гөрләп торған сағы, эшкә кешеләр етешмәй ине! Их, ул ваҡыттарҙы һағынып иҫләргә генә ҡалды инде. Хәҙер шулай тырым-тырағай йөрөйбөҙ, пенсия йәшенә етер өсөн. Нисауа, берәй ваҡыт ҡайтып, ошо йортобоҙҙо ремонтлап, тыныс йәшәй башларбыҙ әле, Алла бойорһа.
Теге йорттан был йортҡа инеп, хужаларҙан тәфсирләп һорау алғансы, төш тә етеп ҡуйҙы. Беҙ ингән алты йорттоң дүртеһенән йә хужа кеше, йә улдары, гастарбайтер булып, сит тарафтарҙа үҙ бәхетен эҙләй ине. Артабан да йорттар буйлап йөрөргә иҫәп бар ине, тик райондан халыҡ иҫәбен алыу буйынса яуаплы кешеләр килеүе хаҡында хәбәр итеп, ауыл хакимиәтенә саҡырҙылар.
Хәйбулла районында халыҡты иҫәпкә алыу буйынса уполномоченный Тумасова Валентина Александровна һәм Сибай район-ара статистика бүлегенең Хәйбулла подразделениеһы начальнигы Зөлфиә Әбүбәкерова, иҫәпкә алыу­сыларҙың эшен баштан тикшереү хаталарҙан ҡотолоуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булыуын иҫәпкә алып, ауылдар буйлап тикшереүгә сыҡҡан булып сыҡты. Иҫәпкә алыу кампанияһы тыныс ҡына башланып киткән. Хәйбулла районы буйынса 82 иҫәп участкаһы теркәлеп, уларҙа 20 участка инструкторы, 117 иҫәпсе эшләй икән. Бөтә Башҡортостандағыса, хәйбуллалар ҙа, иҫәпселәр, инструкторҙар өсөн махсус уҡыуҙар үткәреп, уларҙың белемдәрен тикшереп тотонған халыҡ иҫәбен алыуға.
Ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын үтәүсе Флүзә Аслаева әйтеүенсә, Хәйбулла районының Сиҙәм ауыл хакимиәтенә ҡараған биш ауылда бөтәһе 1211 кеше эшкә яраҡлы йәштә булып, шулар­ҙың 212-һе ситтә эшләй булып сыҡты. Ярай ҙа, ошо кешеләрҙең барыһы ла Сиҙәм ауылы хакимиәте территорияһында теркәлгән булып, иҫәпкә алыу һөҙөмтәләре буйынса юғалып ҡалған булмаһа... Бөтә Башҡортостан буйынса һәр ауыл хакимиәтенән 200 кеше ситтә эшләп, шуларҙың яртыһы башҡорт булһа ла, күпме милләттәшебеҙ иҫәпкә бар һанға юҡ булып ҡаласаҡ бит?
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы, демографик күрһәткестәрҙе асыҡлау менән бер рәттән, урындағы халыҡты ваҡытында һәм тейешле кимәлдә түләнгән эш хаҡы менән тәьмин итеү йәһәтенән файҙалы булыр, тип өмөтләнге килә.

Илшат ҡАНСУРИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы