RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Урал менән Арал арахы

16.10.2010 Урал менән Арал арахы

Октябрь уртаһында, байтаҡ юғалып торғандан һуң, Өфөлә Ҡаҙағстан артистарын йәнә күрергә насип итте. Күрше илдең киң билдәле музыкаль коллективтарының береһе – Көләш Байсәйетова исемендәге Милли опера һәм балет театры Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Әлбиттә, ҡаҙаҡ дуҫтар Башҡортостанға илтеүсе юлға ошоға тиклем дә саң ҡундырмай ине, әммә мәҙәни тормошобоҙҙа ваҡиға булырҙай хәл туғандаш халыҡтар араһындағы яҡынлыҡ тураһында һөйләшеп алыу өсөн сәбәп бирҙе.
Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти «Йәмле Ағиҙел буйҙары» тигән поэмаһын: «Урал! Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда», – тип башлағайны. Арал диңгеҙе ҡайҙа һуң? Эйе, Ҡаҙағстан далаларында көмөш тәңкә булып ялтырап ята. Евразия тигән ике ҡитғаның билен быуған аҫыл Ҡәмәр – Урал – Рәсәйҙе көньяҡ, Урта Азия менән тоташтырыусы күпер ҙә икән.
Һүҙ бөгөн Башҡортостандың Ҡаҙағстан Республикаһы менән мөнәсәбәттәре тураһында сыҡҡас, Урал һырттарынан ҡылғанлы далалар­ға йүгереп кенә төшөрлөк арала ятыусы илдең рәсми атрибуттарын да хәтерләп үтәйек.
Майҙаны буйынса Ҡаҙағстан донъяла туғыҙынсы урында, 2,72 миллион квадрат саҡрым ер аҙ түгел. Әлбиттә, шул ҡәҙәр иркенлеккә 16,7 миллион кеше аҙыраҡ. Халыҡтың 47 проценты – ислам, 44 проценты православие динен тота. Ил баш ҡалаһы Астанала (элекке Аҡмулла, Целиноград) ярты миллиондан күберәк кеше йәшәй. Идара итеү формаһы президент республикаһы булған илдә ҡаҙаҡ теле – дәүләт, рус теле рәсми тел һанала. Дәүләт 14 өлкәгә бүленгән, мөстәҡиллек 1991 йылдың 16 декабрендә иғлан ителгән. Илдең валютаһы – тәңкә. Ҡаҙағстан – ғәжәп тә, һоҡланғыс та ил. Үҙе бер планета һымаҡ. Каспий эргәһендә ҡайһы бер уйһыулыҡтар диңгеҙ кимәленән 130 – 132 метрға түбәндәрәк ята. Унан көнсығышҡа табан Устюрт (Өс йорт) ҡалҡыулығы китә. Илдең көньяғында – Ҡыҙыл ҡом сүллеге булған Туран уйһыулығы. Төньяҡ уйһыулыҡтар Көньяҡ Урал армыттары менән сикләнә.
Көнсығышта иһә күренеш айы­рыуса мөһабәт. Тянь-Шань тауҙарында бейеклеге 7 мең метрға еткән Хан Тәңре (Рух хакимы) һәм Еңеү тау түбәләре илаһи матурлыҡтары менән һушты ала. Ҡаҙағстанда 2,7 мең боҙлоҡ бар.
Урал, Эмба йылғалары һыуын Каспийға ҡойһа, Ҡаҙағстандың төньяғында Обь йылғаһының ҡушылдыҡтары булған Иртыш, Ишем йылғалары ағып үтә. Илдә 40 меңгә яҡын күл бар. Иң ҙурҙары – Зәйсән, Алакүл һәм Тенгиз.
Ҡаҙағстандың тәбиғәте ҡырыҫ, ҡышын һыуыҡтар минус 30 градусҡа етһә, йәйге эҫелек тә шул ҡәҙәр булыуы ихтимал.
Башҡортостан менән көньяҡ күршебеҙ араһындағы мөнәсәбәттәр быуаттар төпкөлөнә алып китә. Рәсәй дәүләте, үҙенең сиктәрен көнсы­ғышҡа һәм Урта Азияға табан киңәйтергә ниәтләгәс, иң беренсе Көньяҡ Уралда һәм төньяҡ Каспий далаларында ҡәлғәләр һәм ҡалалар төҙөгән. Был, бер яҡтан, Башҡортостан ерҙәрен ҡаҙаҡ, нуғай баҫҡынсыларынан ҡурсалауға хеҙмәт итһә, икенсенән, ҡаҙаҡ журздары менән Рус дәүләте араһында бәйләнештәр урынлаштырыуға таяныс булған. Һәр хәлдә, ҡаҙаҡ ырыуҙарының Рәсәйгә ҡушылыуы – йә ирекле рәүештә, йә ихтыярһыҙлау юлы менән – 1860 йылға тамамланған. 1854 йылда боронғо Алма-Ата ауылы урынында Вернос тигән ҡәлғә, һуңғараҡ Верный ҡалаһы төҙөлгән.
Әйткәндәй, бик гүзәл ҡала булып, республиканың баш ҡалаһына әүерел­һә лә, Алма-Ата артабан үҫә алмаған, быны тирә-яҡтағы тауҙар сикләгән. Унан һуң ер тетрәү ҡурҡынысы, Ҡытай менән Ҡырғыҙстан сиктәренә яҡын булыу ил баш ҡалаһын Астанаға (ул баш ҡала тигәнде аңлата) күсерергә мәжбүр иткән.
Бик күп башҡорт, татар мәғрифәтселәре ҡаҙаҡ балаларына аң-белем таратып йөрөгән. Был турала беҙ Мифтахетдин Аҡмулла, Сәйфи Ҡудаштың яҙмалары буйынса беләбеҙ. Риүәйәттәргә ышанғанда, Салауат Юлаевтың уң ҡанаты, уҡымышлы Кинйә Арыҫланов, ихтилал еңелгәс, ҡаҙаҡ далаларына китеп юғалған, имеш.
Шулай ҙа бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтайыҡ. СССР тарҡалыу сәбәпле килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы Башҡортостанға тотош Ҡаҙағстан менән дә, уның өлкәләре менән дә туранан-тура договор мөнәсәбәттәре урынлаштырыу аша еңеп сығырға тура килде. Улар ике яҡ өсөн дә отошло сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлектә ышаныслы ҡулдаштар булып сыҡты.
Ҡаҙағстан кешелек өсөн дә, яҡташтарыбыҙ өсөн дә билдәһеҙ ер түгел. Был яҡтарға ҡәүемдәр 40 мең йыл самаһы элек үк ултыра башлаған. Европаны көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азия менән тоташты­рыусы Бөйөк Ебәк юлы ошо ерҙәр аша үткән. Оло тарихи процесты кескенә юридик акция менән йәнәш ҡуйырға теләүҙән түгел, әммә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәргә рәсми төҫ Астанала 1998 йылдың 24 июнендә Башҡортостан Республикаһының Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы менән Ҡаҙағстан Республикаһының Энергетика, индустрия һәм сауҙа министрлығы бергәләп үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән бирелде.
2004 йыл ике республика араһындағы мөнәсәбәттәрҙә айырым урын алып тора. Июлдә Башҡортостанға рәсми делегация башында Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Әбиш улы Назарбаев килде. Ул Башҡортостан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән бик күп мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы, уларҙың күпселеге буйынса килешеүгә ирешелде. Ике яҡтың да нефть сығарыу, эшкәртеү, нефть химияһы өлкәләрендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылыуы мәғлүм булды.
Ваҡыт үткән һайын Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәр яңынан-яңы өлкәләрҙе үҙ эсенә ала барҙы. Беҙҙең «НефАЗ» йәмғиәте Ҡаҙағстанға автобустар, прицептар һәм самосвал ҡорамалдары ебәрергә, Күксәтауҙа «КамАЗ инжиниринг» тигән уртаҡ предприятие ойошторорға ҡарар итте. Ҡаҙағстан яғы, шулай уҡ «Красный пролетарий» йәмғиәте, Ишембай нефть машиналары заводы, «Мотор» фәнни-производство берекмәһе, приборҙар эшләү йәмғиәтенең йыһаздары менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне.
Яҙа, һөйләй китһәң, Ҡаҙағстан-Башҡортостан хеҙмәттәшлегенең осона сығырлыҡ түгел. Күршеләр менән республикабыҙҙың 250-нән ашыу предприятиеһы алыш-биреш алып бара. Беҙ ҡаҙаҡ дуҫтарға нефть продукттары һәм нефть химияһы сәнәғәте продукцияһы, гербицидтар, минераль ашламалар, кальцийланған һәм каустик сода, каучук, ағас эшкәртеү продукцияһы, яһалма күн, быяла, ҡара металл прокаты, төҙөлөш материалдары, нефть промыслаһы йыһаздары, транспорт техникаһы, аҙыҡ-түлек оҙатып торабыҙ. Башҡортостанға иһә күрше илдән ҡара һәм төҫлө металлургия продукцияһы, минераль ашламалар етештереү өсөн сеймал, бойҙай оно, ашлыҡ килә.
Ҡаҙағстан – индустриаль йәһәттән ҡеүәтле дәүләт. Уның металлургия, машиналар эшләү, химия сәнәғәттәре ныҡ үҫешкән. Ил күмергә, тимер, баҡыр, никель, ҡурғаш-цинк мәғдәндәренә, нефть һәм газға ифрат бай. Ошо хазиналар Ҡаҙағстанды етеҙ үҫтереп кенә ҡалмай, уның геосәйәси бәҫен дә арттыра, АҠШ-тың «милли мәнфәғәттәре зонаһы»на алып инә. Ҡаҙағстан әлегә БДБ-лағы урандың – 40, хромдың – 97, ҡара ҡурғаштың 70 процентын сығара. Был күп нәмә тураһында һөйләй. Рәсәй әле булһа йыһан караптарын ҡуртымға алынған Байконур космодромынан осороуға өҫтөнлөк бирә.
Етди матди ресурстарға таянып, күршеләребеҙ донъя аренаһында торған һайын күренеклерәк урын ала бара. Реформаларҙы ентекләп үткәреү, уйлап ғәмәлгә ашырылыусы социаль сәйәсәт Ҡаҙағс­танға Рәсәйҙе күп йәһәттән уҙып китергә мөмкинлек бирҙе. Ҡаҙағстан иҡтисады хәҙер иң һөҙөмтәле, иң ҡеүәтле иҡтисадтар иҫәбенә инә.
Бында бер фактор мөһим. Нурсолтан Назарбаев – совет осоронда ҡанат нығытҡан, Рәсәйгә тартылыусы һәм русса фекерләүсе сәйәсмән. Ул, Урта Азиялағы республикаларҙан айырмалы рәүештә, рус телле халыҡтарҙы ҡыҫырыҡлауға юл ҡуйманы, рус, украин, алман белгестәрен һаҡлап ҡалырға тырышты. Әле дәүләттә 130 ил вәкилдәре йәшәй, илдәге халыҡтың 32 проценты – рустар, украиндар – 4,5, алмандар – 1,9 процент. Дәүләттәге юғары вазифаларҙа ла рус телле кешеләр аҙ түгел.
Әлбиттә, Көнсығыш кешеһе булараҡ, Назарбаевтың бөгөн ни уйлауын, иртәгә ниндәй маҡсаттар ҡуйыуын төҫмөрләү ауыр. Ул Рәсәйҙән алыҫлашмай, Америка менән дә ҡулдаш булып йәшәргә тырыша. Хәйер, ҙур сәйәсәт өсөн был тәбиғи хәл.
Беҙгә, рустың Пушкины, Толстойы, башҡорттоң Ғафурийы, Мостайы, татарҙың Иҫәнбәте, Ибраһимовы менән бергә, ҡаҙаҡтың Абайы, Ауэзовы, Нурпеисовы ла яҡын. Уларҙың барыһы ла – дуҫлыҡ, яҡынлыҡ, туғанлыҡ йырсылары. «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә Ҡаҙағстандың фольклор коллективтары гел сығыш яһай. Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» фестивале лә ҡаҙаҡ дуҫтарһыҙ үтмәй. 2005 йылдың декабрендә Өфөлә, яҡташыбыҙ, Көнсы­ғышты өйрәнеүсе, фольклорсы һәм этнограф, профессор Әбүбәкер Әхмәтйән улы Диваевтың тыуыуына 150 йыл тулыуға арнап, төбәк-ара ғилми-ғәмәли симпозиум үтте. Диваев хаҡлы рәүештә Ҡаҙағстанда крайҙы тарихи өйрәнеүгә нигеҙ һалыусы тип танылған.
... Бөйөк композиторыбыҙ Заһир ағай Исмәғилев Мәскәү дәүләт консерваторияһында СССР-ҙың халыҡ артисы, Алта-Ата консерваторияһы профессоры, «Енлик һәм Кебек», «Ҡорманғазы» опералары, «Аҡ көн тураһында легенда» балеты авторы Ғәзизә Әхмәт ҡыҙы Жубанова менән бергә уҡыуы хаҡында ғорурланып һөйләр ине. Был юлы Өфө тамашасылары иғтибарына тәҡдим ителгән «Абай» операһы авторының береһе лә – Ғәзизәнең атаһы Әхмәт Жубанов. Ә беҙгә, тауҙар, далалар үтеп, Олжас Сөләймәнов шиғырҙары, Ермек Серкебаев, Әлибәк Днишев, Роза Рымбаева моңдары килеп етә торҙо. Халыҡтар күңеле өсөн, шөкөр, кәртәләр юҡ.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

18.12.2018 - Сәйәсәт Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!


Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: тура трансляция

Радий Хабиров побывал в родном доме, где он родился и жил

18 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ

Силәбеләге вәкиллеккә – 20 йыл

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты

Башҡортостан етәксеһе менән Өфө мэрының хәләл ефеттәре Саҡмағош районында ҡаҙ өмәһендә ҡатнашты

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

Ситдыҡов та китте...

29.11.2018 - Сәйәсәт Ситдыҡов та китте...


Янғын иҫкәрткес сабыйы тыуған һәр ғаиләгә биреләсәк

Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне