RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Кепка"ны кем алмаштырыр?

09.10.2010 "Кепка"ны кем алмаштырыр?

"Кепка"ны кем алмаштырыр?Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе ил Президенты Дмитрий Медведевтың Мәскәү мэры Юрий Лужковты отставкаға ебәреүе булғандыр. 28 сентябрҙә Д. Медведев Ҡытайҙа өс көнлөк сәфәре ваҡытында ошо хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы. Президенттың бындай ҡәтғи ҡарарға килеүен Мәскәү халҡы ғына түгел, ә сит илдәрҙә лә бик һағайып ҡабул иттеләр. Рәсәй халҡы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, барыһы ла ошо хаҡта һүҙ ҡуйырта. Һуңғы айҙарҙа Лужков тирәләй күп имеш-мимеш йөрөүенә ҡарағанда, иртәме-һуңмы уның китәсәге ҡотолғоһоҙ кеүек ине. Ә уның эшенән ҡыуып сығарылыуын береһе лә көтмәгәйне. Эйе, ҡыуылып сыҡты булып сыға. Президент Указында: “Ышанысты юғалтыуы менән бәйле ваҡытынан алда вәкәләттәре туҡтатыла”, – тигән һүҙбәйләнеш бар. Рәсәй тарихында бындай хәл булғаны бар ине, әммә Медведев ваҡытында түгел. Ил Президенты быны үҙе лә йәшермәй. Йәғни төбәк етәкселәрен отставкаға ебәреүҙә бындай алым беренсе тапҡыр файҙаланылды. Ил етәксеһе бындай хәлдең һуңғыһы булмаясағына ла баҫым яһаны.
Ю. Лужковҡа килгәндә инде, ул был вазифала 1992 йылдан эшләне. Мәскәү ҡала советы рәйесе булып эшләүен иҫәпкә алғанда, 1990 йылдан бирле власта. Аналитиктар уның власҡа килеүендә илдең тәүге Президенты Борис Ельциндың ҡатнашлығы булыуын билдәләй. 1987 йылда тап Борис Николаевичтың тәҡдиме менән ҡала советы рәйесе урынбаҫары вазифаһына үрләтелә. Йәғни Лужковты Ельцин эпохаһының һуңғы етәкселәренең береһе тип ҡарарға кәрәк. Бер яҡтан ҡарағанда, 74 йәштәге кеше күптән, Хөкүмәт биргән пенсияға шөкөр итеп, өйҙә ятырға тейеш кеүек, икенсе яҡтан, ирекһеҙҙән бер халыҡ әкиәте иҫкә төшә. Уның йөкмәткеһе былайыраҡ: ”Борон заманда власҡа килгән бер йәш батша илдәге барлыҡ ҡарттарҙы үлтереп бөтөрөргә бойорған. Уның әмерен үтәп, барыһын да үлтереп бөтөрәләр. Әммә бер егет, атаһын шул тиклем яратҡанлыҡтан, йәлләгәнлектән, үҙенә ҡурҡыныс янаһа ла, уны йәшереп алып ҡала алған. Бер заман илгә ҙур бәлә килә. Унан сығыу юлдарын белмәгәс, батша халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Бер була шундай хәл, ике була, барыһында ла әлеге егеттең яуабы бәләнән ҡотолоуҙа ярҙам итә. Батша, егетте саҡырып алып, уның ҡайҙан шул тиклем белеүен төпсөнөп, дөрөҫөн һөйләп биреүен үтенә. Егет илде бәләнән ҡотҡарырҙай кәңәште ҡарт атаһы биреүен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Шунда ғына йәш батша “Ололарҙың һүҙе – аҡылдың үҙе” икәнлегенә инана һәм ҡарттарҙы юҡҡа рәнйетеүен төшөнә”. Бының менән һис кенә лә, үлгәнсе власта ултырырға кәрәк, тимәйем, ә барыһын да бер юлы тарих сүплегенә һепереп түгеү ҙә дөрөҫ түгел кеүек. Һүҙ ҙә юҡ, Лужков Мәскәү өсөн дә, үҙ кеҫәһе өсөн дә күп эшләне. Уны, Мәскәү мафияһы менән бергә эш иткән, тип тә баралар. Ҡайһылай ғына булмаһын, ул һәм уның ғаиләһе бөгөн донъяның иң бай кешеләренең береһе иҫәпләнә. Рәсәйҙә иһә, һүҙ ҙә юҡ, байлыҡ буйынса уларға тиңләшеүсе юҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ “Форбс” журналы илебеҙҙең иң бай 100 чиновнигының исемлеген баҫып сығарҙы. 2009 йылда алынған табыш кимәле буйынса Лужковтар ғаиләһе лидерлыҡты биләй. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: Юрий Михайлович былтыр бөтәһе 7 миллион һумдан ашыу эш хаҡы алһа, ҡатыны Елена Батурина иһә 30 миллиард 935 миллион һумдан ашыу килем алған. Ҡыҙғанысы шул: Ю. Лужков бигерәк йәл булып китә. Йылына 7 миллион һум ғына аҡса тапҡан ирҙе көнөнә 85 миллион һумлап аҡса эшләгән ҡатын өйөндә нимә тип тота икән? Әлбиттә, Лужковтың отставкаға ебәрелеүе, Кремль хакимиәте менән килешмәүсәнлек Е. Батурина эшмәкәрлеге менән дә туранан-тура бәйле, тип танырға кәрәктер. Мәскәүҙәге барлыҡ властың (тимәк, аҡсаның да тип аңларға кәрәк) бер ҡулда тупланыуы күптән инде Кремль етәкселегенең һарыуын ҡайната ине. Унан килеп, Лужковтың бөгөнгө ил етәкселеге алып барған сәйәсәтте әленән-әле “семеткеләп” алыуын да әйтеп үтергә кәрәк. 2008 йылда ул: ”Төбәк етәкселәрен тәғәйенләп ҡуйыу ҙур хата булды, һайлап ҡуйыу тәртибен яңынан тергеҙергә кәрәк”, – тип сығыш яһағайны. Президент быға яуап итеп, кемдәр теләмәй, властан китә ала, тигәс, Лужков, үҙенең һүҙенән кире ҡайтмайынса, отставкаға китергә ғариза бирә. Әммә ул ваҡытта ил етәксеһе уның үтенесен ҡәнәғәтләндермәй. Әле килеп уны властан ситләттеләр. Рәсәй тарихында “кепкалы мэр” булараҡ хәтерҙә ҡаласаҡ Лужков, әлбиттә, сәйәсәттән ситләшмәйәсәк тип күҙаллана. Сөнки Мәскәүҙә лә, Рәсәй төбәктәрендә лә Юрий Михайловичтың йоғонтоһо бик көслө. Мәскәүҙең үҙендәге һәм Сочиҙағы төҙөлөш тармағы тотошлай тип әйтерлек Лужков менән уның ҡатыны Елена Батурина ҡарамағында. Ә бит Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпиадаға объекттарҙы төҙөп бөтөрөү күп йәһәттән ошо ике кешегә бәйле буласаҡ. Әҙерлек кимәле түбән булған осраҡта, халыҡ-ара ойошмалар алдында Рәсәй етәкселегенә яуап тоторға тура киләсәк. Унан килеп, донъя кимәлендә илебеҙҙең абруйы ла төшәсәк. Шуға ла Кремль етәкселеге Лужков менән уртаҡ фекергә килер, моғайын, тип көтөлә.
Әле иһә “кепкалы мэр”ға алмаш эҙләйҙәр. Борис Грызлов белдереүенсә, улар “Берҙәм Рәсәй” партияһынан дүрт кандидат тәҡдим итмәкселәр. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, кандидаттар исемлеге күпкә киңерәктер. Улар араһында өс вице-премьер – Игорь Шувалов, Сергей Собянин (Хөкүмәт хакимиәте башлығы ла булып тора) һәм Александр Хлопонин (Президенттың Төньяҡ Кавказ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле). Шулай уҡ был вазифаға Түбәнге Новгород губернаторы Валерий Шанцев менән Мәскәү мэры вазифаһын башҡарыу­сы Владимир Ресин да дәғүә итә. Башта аналитиктар В. Ресинды был исемлектән һыҙып ташлағайны. Ни тиһәң дә, берҙән, уға 74 йәш, икенсенән, ул “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы түгел. Хәҙер иһә, түгел ине, тип әйтергә мәжбүрбеҙ. Сөнки 6 октябрҙә Ресиндың “Беҙәм Рәсәй” партияһына ағза булып инергә ғариза биреүе билдәле булды. Ул – 1972 йылдан Мәскәү ҡала советында, ҡала хакимиәтендә, 18 йыл Лужков менән бергә эшләгән кеше. 2012 йылда үтәсәк Президент һайлауҙарына тиклем уны мэр итеп ҡалдырыуҙары ла бар.
Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә инде, алда әйтеп үтелеүенсә, Д. Медведев Ҡытайҙа өс көнлөк эш сәфәре менән булып ҡайтты. 27 сентябрҙә Пекинда Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Ху Цзинтао менән осрашыу мәлендә ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр тикшерелде, байтаҡ ҡына килешеүгә ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, Ҡытай Рәсәйгә 25 миллиард доллар кредит бүлә. Быға яуап итеп беҙҙең ил 2011 йылдан 2030 йылға тиклем, йәғни 20 йыл һуҙымында торбалар аша Ҡытайға нефть ебәрергә бурыслы. Алыҫ Себер биләмәләренән Ҡытайға ағас сығарыу, унда эшкәртеү, һуңынан кәрәк осраҡта Рәсәйгә яңынан сығарыу бурысы тора. Тянвань АЭС-ын төҙөп бөтөрөшөү тураһында ла һөйләштеләр. Был йәһәттән килешеүгә “Росатом” етәксеһе Сергей Кириенко ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ визит барышында, әлбиттә, сәйәси партнерлыҡ, хәрби-техник өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ булды. Һуңғы йылдарҙа Ҡытай айлап түгел, сәғәтләп үҫешә, тиһәң дә, шаштырыу булмаҫ. Ҡайһы өлкәне генә алма, улар донъяла лидерлыҡ позицияһына сығып бара. Ҡайһы бер тармаҡтар буйынса әле үк алдынғы урындалар. Хатта ошондай темпта үҫешкән Ҡытай менән АҠШ та иҫәпләшергә мәжбүр. Былай барһа, киләсәктә яңы донъя державаһы барлыҡҡа килеүе бар. АҠШ-та ла, Рәсәйҙә лә быны бик яҡшы аңлайҙар һәм Ҡытай менән әле үк дипломатик мөнәсәбәттәрҙе көйлө тотоу яғындалар.
Һуңғы арала Рәсәй-Белоруссия мөнәсәбәттәре тағы ла киҫкенләшә төштө. Быға Белоруссия Президенты А. Лукашенконың һайлау алды программаһында Рәсәй етәкселеген мыҫҡыллауы, тәнҡит утына тотоуы сәбәпсе. Билдәле булыуынса, 19 декабрҙә Белоруссияла президент һайлаясаҡтар. ”Батька” ла был вазифаға дәғүә итә (унан тыш тағы ла 16 кеше бар) һәм үҙенең һайлау алды программаһында илдәге күп кенә етешһеҙлектәрҙең башында Рәсәй етәкселегенең тороуын иҫбатларға тырыша. Уныңса, Рәсәй, союз республикаһы төҙөүҙән ҡасып, Белоруссияны иҡтисади ҡыҫымға ала. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме икән? Рәсәй быға тиклем Белоруссия менән Украинаға ташламалы хаҡҡа газ һәм нефть һатып килде. Быйыл йыл башынан Белоруссияға ташламалы хаҡҡа газ һәм нефть һатыуға ғына ла 4 миллиард һумдан ашыу дотация йүнәлтелгән. Ә бит, уйлап ҡараһаң, ошо аҡсаны Рәсәйҙә лә ҡалдырып була ине. Рәсәй 20 йыл һуҙымында Белоруссияны ошолай туйҙырып тамам шаштырҙы, күрәһең. Бөгөн Белоруссия иҡтисады үҫеш кисерә икән, бында һис шикһеҙ Рәсәйҙең өлөшө ҙур. Ысынлап та, Белоруссия иҡтисады үҫешә. Быны етештерелгән көнкүреш техникаһының, трикотаждың, тракторҙарҙың донъя баҙарында конкурентлыҡ һәләткә эйә булыуы ла һөйләй. Ә Рәсәй тауар етештереүселәре былар менән маҡтана алмай әлегә. Ил Президенты Д. Медведев, Белоруссиялағы хәл-ваҡиғаларға бәйле 4 октябрҙә үҙ блогында сығыш яһап, ике ил халҡына мөрәжәғәт итте. Ул үҙ сығышында Лукашенконың был ҡылығын, ике илдең быуаттар һуҙымында килгән дуҫлығын ҡаҡшатырға маташыу, тип баһаланы. 6 октябрҙә иһә Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй-Белоруссия мөнәсәбәттәренә бәйле, Белоруссиялағы коллегаларына ике халыҡ – рус һәм белорустар араһында быуаттар һуҙымында йәшәп килгән дуҫлыҡты һаҡлап алып ҡалыу буйынса ғариза менән мөрәжәғәт итте. Белоруссия парламентарийҙары ла оҙаҡ көттөрмәне: 7 октябрҙә улар ошондайыраҡ йөкмәткеле ғариза-хат менән яуап бирҙе. Әлбиттә, бынан һуң ике илдең дә дипломаттарына хәлде яйға һалыу өсөн байтаҡ тир түгергә тура киләсәк. Низағтың иҡтисади эҙемтәләрен Белоруссия яғы Яңы йылдан һуң бер ни тиклем татыясаҡ та инде – Рәсәй газдың хаҡын күтәрәсәге тураһында иҫкәртте. Белоруссия менән мөнәсәбәттәр боҙола төшһә лә, Украина менән, киреһенсә, нығый бара. Д. Медведевтың Украинаға 4 октябр­ҙәге рәсми визиты шуға дәлил.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Силәбеләге вәкиллеккә – 20 йыл

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты

Башҡортостан етәксеһе менән Өфө мэрының хәләл ефеттәре Саҡмағош районында ҡаҙ өмәһендә ҡатнашты

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

Ситдыҡов та китте...

29.11.2018 - Сәйәсәт Ситдыҡов та китте...


Янғын иҫкәрткес сабыйы тыуған һәр ғаиләгә биреләсәк

Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне

Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә»

Радий Хабиров поручил оказать помощь детям, мать которых погибла в массовой аварии

Радий Хәбиров: Башҡортостан Мәскәү-Екатеринбург магистрален төҙөү проектына инергә тейеш

Радий Хәбиров: «Буш торған биналарҙы муниципалитеттар балансына тапшырырға кәрәк»