RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әбйәлилдә бар шундай бер ауыл...

05.10.2010 Әбйәлилдә бар шундай бер ауыл...

Әүәл-әүәлдән беҙҙең халыҡ ирек һәм иркенлек яратҡан. Бәлки, шуғалыр ҙа, күберәк ауыл-ауыл булып ултырырға, ҡаланан алыҫыраҡ урынлашырға тырышҡан. Улай ғына ла түгел, бер туғандарҙың да һәр ҡайһыһы үҙ ауылына нигеҙ һалған. Ғәҙәттә, беҙ быны бер үк йылға, күл тирәһендә тупланған ауылдар миҫалында күрәбеҙ. Улар үҙҙәренә нигеҙ һалған ата-бабаларыбыҙ исемен йөрөтә.
Тарихи яҙмаларҙан күренеүенсә, Әбйәлил районының Юлдаш ауылына ҡасандыр Шәғәли Шаһман кенәздең ейәндәре күсеп ултырған. Бында бөгөн дә Ҡарасман араһы бар (Ҡарасман – кенәздең ейәне). Боронғо ҡулъяҙмаларҙа ХVIII быуаттан уҡ Тамъян улусының Юлдаш ауылы билдәле. Ауылдың тәүге атамаһы – Күҙисә. Ул заманда ун йортта ни бары 48 кеше йәшәгән. Тора-бара йәшәүселәр иҫәбе 140-ҡа еткән. Был хәлле ауылда әлеге йөҙ ҙә ҡырҡ кешегә 500 баш йылҡы малы, 250 һыйыр, 400 һарыҡ, 70 кәзә тура килгән. Ун алты дисәтинә һөрөнтө ерҙә иген сәселгән. Ауылда Мөхәмәткәрим Яныбаев менән Хәбибулла Боҫҡонов иң байҙарҙан иҫәпләнгән. Мәсете һәм мәҙрәсәһе лә булған ауылдың. 1920 йылда бында йәшәүселәр һаны 283 кеше тәшкил иткән.
Юлдаш ауылы тарихына күҙ һалһаң, шул күренә: бөтә илгә ҡағылған ел-дауыл, үҙгәрештәр уны ла урап үтмәгән, әммә ауылдаштарым әлеге ауырлыҡтарҙы үҙҙәренең берҙәмлеге, татыулығы менән еңеп сыҡҡан. Үҙ-ара ниндәй генә ығы-зығы тыумаһын, улар сүпте ситкә сығармаған, бер-береһен һатмаған. Сәйәси золом осоронда бынан бер генә кеше лә репрессияға эләкмәгән, дөрөҫөрәге, шик аҫтына алынғандарҙы юлдаштар күмәкләп ҡурсалап алып ҡалыр булған. Ғаилә барса балаларын үҙ ҡосағына алған кеүек, улар ҙа төрлө синыф, төрлө идея вәкилдәрен берҙәй һыйындырған. Сәйәсәткә, донъяға ҡарата мөнәсәбәт, фекер айырмалығы юлдаштарҙы дуҫ-дошманға бүлгесләһә-бүлгесләгәндер, әммә улар береһе өҫтөнән береһе ошаҡ йөрөтмәгән, улай ғына ла түгел, ил өҫтөнә ауырлыҡтар ябырылғанда бер-береһен ҡурсалап-һаҡлап алып ҡалған.
Әйткәндәй, йотлоҡ фажиғәһе лә Юлдашты башҡа урынға ҡарағанда аҙыраҡ йонсотҡан.
Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан илле яугир китә, теүәл яртыһы яу ҡырында ятып ҡала. Бөгөн ауылдың үҙәк урамы һуғышта батырҙарса һәләк булған разведчик Ишбулды Әхмәтшин исемен йөрөтә. Ул – Дан орденының тулы кавалеры, ләкин, ни сәбәптәндер, Еңеү байрамдарында ла, бүтән тантаналарҙа ла исеме райондың бүтән батырҙары менән йәнәш тормай. Күрәһең, әлеге лә баяғы юлдаштарҙың үтә лә баҫалҡы булыуынан киләлер был.
Дан ордены кавалеры Шәйхислам Хәбиров, Ҡыҙыл йондоҙ ордены кавалеры Рәхмәтулла Ибраһимов, башҡорт атлылары дивизияһы яугиры, фронттан күп миҙалдар менән ҡайтҡан Ҡаһарман Сәйетғәлин, һуғыштың ахырынаса үҙҙәренең ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгән Муллайән Ғәлин, Ғәлим­йән Шәйхисламов, Хәл­фетдин Ғафаров, Хажиғәле Аҡмырҙин һәм башҡалар, һәм башҡалар, һанай китһәң – ба­тырҙар етерлек.
Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар, тәү нәүбәттә, ауылдың тамырына балта сапты. Берәүгә лә сер түгел, коллектив хужалыҡтарҙы – совхоз һәм колхоздарҙы – перспективаһыҙ тип иғлан итеү сосораҡ әҙәмдәргә көс һәм аҡса түкмәй генә байыу юлы асты.
Юлдаштарға ла үҙ­гәр­теп ҡороу шауҡымы һуғылмай ҡалманы, әлбиттә. Әммә улар хужалыҡ итеүҙең халыҡты эш менән тәьмин итер­ҙәй формаһын һаҡлап алып ҡалды. Бында ҡошсолоҡ, ҡуян, тана-торпо фермалары бар. Йылҡы ла аҫрайҙар.
– Нисек тә үҙебеҙ яйын табырға тырышабыҙ, – ти бригадир һәм ферма мөдире вазифаларын бергә алып барған Фәсхетдин Ғафаров. – Даими аҡса булмаһа ла, халыҡҡа ит, он, башҡаһы менән ярҙам итәбеҙ. Бөгөн үҙең тырышмаһаң, булмай. Бесән, ураҡ осоронда ҡуян ҡотҡара – арзан ит. Эшсәндәребеҙ асығып йөрөмәй.
Мал һанын кәметмәҫкә, тигән ниәт менән йәшәй һәм эшләй юлдаштар.
Игенселеккә лә етди иғтибар бүленә. Быйыл 390 гектарҙа ашлыҡ сәселгәйне. Йылдың үтә ҡоро килеүе, июль аҙаҡтарына хәтлем бер тамсы ямғыр яумауы, әлбиттә, эҙемтәһеҙ үтмәне. Хәйер, икмәктең ҡасан еңел бирелгәне бар? Әммә ауылдаштарым иҡтисади һәм тәбиғи көрсөктәрҙе тырышлыҡ менән еңеп сығырға өйрәнгән.
«Заветы» ауыл хужалығы-етештереү комплексы директоры Кәрим Ҡолмөхәмәтов менән Гусев ауыл советы биләмәһе хакимиәте башлығы Ғамир Ғәлләмов бригаданы иғтибар үҙәгенән төшөрмәй. Быйылғы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы – быға асыҡ миҫал. Был байрам яҡташтарҙың, туғандарҙың сираттағы күрешеү шатлығы ғына түгел, төҙөкләндереү сараһы ла, ауылдың бөгөнгө үҫешенә бер байҡау ҙа ул.
Юлдашта тыйнаҡ, баҫалҡы, әммә эшсән, тырыш кешеләр йәшәй. Һәр урындағыса, бында ла клуб – төп мәҙәни усаҡ.
Ҡыҫҡаһы, юлдаштарға бер ниндәй иҡтисади көрсөктөң дә ҡурҡынысы юҡ. Сәйәси боролоштарҙы ла, тормош ҡытыршылыҡтарын да улар үҙ тырышлыҡтары һәм үҙ аҡылы менән еңеп өйрәнгән.

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



На поддержку многодетных семей Башкирии, имеющих 8 детей, направят 23 млн рублей

Руководитель Башкирии дал две недели на решение экологической проблемы в Сибае

Радий Хабиров: Жители Сибая при каждом чихе должны без очередей попадать к врачу

Радий Хабиров наградил призеров юношеского первенства Башкирии по греко-римской борьбе

Радий Хабиров: Прокуратура в 2018 году добилась возврата 650 млн руб долгов по зарплате

Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Радий Хабиров встретился с жителями Белокатайского района

Радий Хабиров стал участником заседания Госсовета РФ, посвященного Году добровольца

Радий Хабиров: «Быть спасателем - достойное призвание сильных духом людей»

Руководитель Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды

“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –

Радий Хәбиров именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы