RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя шаулай – йәшәй, болара, шартлай...

26.03.2011 Донъя шаулай – йәшәй, болара, шартлай...

йәки Иртәгә уяныуыбыҙға күҙ алдында нимә булырын кем белә?
Был донъяла ниҙәр булып ята ул, йәмәғәт?! Йыл башынан ҡайҙа, нимәләр генә кисерелмәне – теракттарҙың дауам итеүе хәүефкә һалды, Яҡын Көнсығыштағы хәл өсөн янып-көйҙөк, Япониялағы ер тетрәү ҙә тетрәндерҙе. Һеҙгә ҡурҡыныс түгелме ул? Әле тегендә, әле бында беҙҙе күпмелер кимәлдә һиҫкәндергән ваҡиғалар булып ҡына тора. Әллә, майя индеецтары фаразлауынса, ысынлап та, заман ахыры яҡынлашамы? Эйе, бында интернет та, телевизор ҙа, башҡа киң мәғлүмәт саралары ла роль уйнай: беҙ бит һәләкәттәр, болалар хаҡында нәҡ шул сығанаҡтарҙан беләбеҙ. Был юлдарҙы уҡып та күңелдәре өшөп ҡуйғандар табылыр. Әммә сәбәптәрен белге килә. Ни өсөн тыныс ҡына йәшәй алмайбыҙ? Ниңә тәбиғәт һәләкәттәре йөҙ йылға булһа ла тынмай? Нишләп ҡайһы бер ил халыҡтары етәкселәре менән килешмәй? Улары кеше мәнфәғәтенә эшләргә тейеш тә һуң! Һорауҙар күп, ә яуапты оҙаҡ эҙләргә, тапҡас та, төшөнөргә кәрәк әле.

Йыл башының болалары

Яҡын Көнсығыш һәм Африка илдәре бер-бер артлы ғауға күтәрҙе лә баһа! Үрмәксенән – күрмәксе, тигәндәй, әллә махсус режиссерланған хәл булдымы, әллә халыҡтың түҙемлеге бөттөмө – бола ҡупҡан байтаҡ ғәрәп иле үҙ хакимдарынан баш тартты. Мысыр, Тунис, Марокко, Йемен хәҙер бер аҙ тынысланды, буғай. Ә бына Ливия тәхетендә ултырыусы Муаммар Каддафи тиҙ генә бирешергә теләмәй. Ил эсендәге айға һуҙылған конфликт хәҙер халыҡ-араға әйләнде тиерлек. Сөнки Америка һәм Англияның 110 «Тамагавк» ракетаһы Каддафи ғәскәрен туҡтатыу ниәтенән Ливияның 20 хәрби объектын бомбаға тотто. Һөҙөмтәлә нисәмә бер ғәйепһеҙ кеше ҡорбан булды. Муаммар иһә дәүләт телеканалынан халыҡҡа илен һаҡлауҙа ҡатнашһын өсөн барлыҡ ҡорал келәттәрен асырға вәғәҙә бирҙе. АҡШ бигерәк тә тынғыһыҙлана. Был илдең Финанс министрлығы Ливияның Милли нефть корпорацияһы контролләгән 14 фирмаға ҡаршы санкция иғлан итте, йәғни АҡШ-та ошо исемлеккә ингән компаниялар менән хеҙмәттәшлек итеү тыйылды. Ғөмүмән, Америка Ливия ваҡиғалары менән ныҡ ҡыҙыҡһына, башҡа дәүләттәрҙе Каддафиҙы «аҡыл­ға ултыртыу» акцияһына ҡушылырға саҡыра.
Көнбайыштың ҡайһы бер мәғлүмәт саралары белдереүенсә, кем Каддафиға ҡаршы күтәрелә, уны бәреп төшөргән осраҡта табыштан өлөш аласаҡ, имеш. Табыш иһә – Ливия нефтен һурҙырыуға рөхсәт. Англия менән Франция шуға тырыша икән. Итальяндар менән канадалар ҙа өлөшкә дәғүә итә. Германия икеләнеп тора. Был турала белеп ҡалған Муаммар әфәнде шулай тигән: «Илдә барыһы ла «урынына» ултырғас (ул, әлбиттә, еңеүенә ышана – авт.), Рәсәй, Германия, ҡытай һәм көс акцияһын хуплап тауыш бирмәүсе башҡа илдәр уңайлы иҡтисади мөнәсәбәттәргә өмөт итә ала». ҡайҙалыр килеп тыуған фажиғәнән үҙе өсөн уңай «өлөш» эләктереп ҡалырға маташыусылар барына аптырамаҫ ерҙән аптырарлыҡ...
Рәсәй етәкселеге Яҡын Көнсығыш болаларына үҙ ҡарашын белдерҙе, әммә, АҡШ шикелле ҡан көҫәп, ҡыҫылманы. Хөкүмәт Премьер-министры Владимир Путиндың әйткәне менән Президент Дмитрий Медведевтың килешмәүе лә ишетелә биреп ҡуйҙы. Владимир Влади­мирович иһә Ливиялағы хәлдәр­ҙе тәре походы менән сағыштырҙы һәм БМО-ның резолюцияһын тәнҡитләп, АҡШ-тың башҡа илдәрҙең конфликт­тарына ҡыҫылышын: «Намыҫы ла, логикаһы ла булмаған тенденцияға әйләнде», – тип белдер­ҙе. «Бындай һүҙҙәр цивилизациялар бәрелешенә килтерә бит», – тигән фекер әйтте Рәсәй етәксеһе. ҡыҫҡаһы, эҫе ҡитғала бомбалар шартлай, кеше ғүмерҙәре өҙөлә.

Ә Японияла...

Был илдәге ер тетрәүҙән һуң булған фажиғә эҙемтәһе тиҙ генә онотолмаясаҡ әле. Цунами ябырылыуы етмәгән, «Фукусима – 1» атом электр станцияһындағы емереклектәр арҡаһында радиация таралыу кимәле артҡандан-арта. Ул Токиола крандағы һыуҙа ла бар. Тәүҙәрәк Фукусимаға яҡын ерҙә етештерелгән һөттө, һыуҙы, йәшелсәләр­ҙе ҡулланыу тыйыл­ғайны, әле Ибараки префектураһы биләмәһенән дә һөт сығарып һатыу рөхсәт ителмәй. АЭС төбәгенән 40 саҡрым тирәләй радиация кимәле 400 тапҡырға (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса – 1000-дән ашыу) күтәрелгән, тупраҡ 5 см тәрәнлектә зарарланған.
Тағы шул хәүеф тыуҙыра: Япония метеорологтары ҡабаттан 7 балл ҡеүәтендә ер тетрәү буласағын фаразлай. Быға цунами ҡушылыуы ла бар. Әле илдә һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар һаны 25 мең кешенән ашҡан. ҡорбандар һанын емереклектәрҙе таҙартыу барышында ғына билдәләргә мөмкин, ә яңынан-яңы ер тетрәүҙәр булып торғас, был эш ауырға төшә. Атом электр станцияһындағы авария хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы.
Белгестәр әйтеүенсә, донъя иҡтисадсыларына хәүефләнергә кәрәкмәй – Япония дөйөм күренешкә әллә ни йоғонто яһамай. Австралия, Филиппин, Индонезия, Көньяҡ Корея ғына баҙарында бер аҙ зыян күрәсәк. Шулай ҙа, ер тетрәүҙәр тынмағанлыҡтан, уларҙың ерҙең сейсмик йәһәттән тотороҡһоҙ теләһә ҡайһы урынында дауамы булыуын иҫәпкә алып, тынысланырға ярамай, тиҙәр. Ер күсәренең шылыуы, тәүлектең ҡыҫҡарыуы Япония фажиғәһе менән генә бөтмәйәсәк, тип күҙаллай эксперттар.
Күрәҙәселәр нимә вәғәҙәләй?

Виртуаль донъя һуңғы көндәрҙә бигерәк тә «шаулай» – ул Ванганың күрәҙәләренә байҡау яһаһынмы, ул Нострадамус, Глобаларғамы. Әйт­кәндәй, Павел Глоба киләсәкте дөрөҫ күрмәй, тип тә әрләүселәр бар. Ванга 2011 йыл тураһында бына нимә тигән: «Радиоактив «яуым-төшөм» арҡа­һын­да төньяҡ ярымшарҙа хайуандар ҙа, үҫемлектәр ҙә ҡалмаясаҡ. Унан һуң мосолмандар тере ҡалған Европа халҡына ҡаршы химик һуғыш башлаясаҡ». Ә өсөнсө донъя һуғышын ул былтырғы йылға күҙаллаған булған (2010 йылдың ноябрендә башланып, 2014 йылдың октябрендә тамамлана). Үҙегеҙ һығымта яһағыҙ инде.
Бер төркөм футуролог 2011 йылды, Мысыр өсөн әһәмиәтле, тигән, баҡһаң, бында планетаның ете миллиардынсы кешеһе тыуасаҡ, имеш. Әлегә йыл башы Мысырҙа бола һәм власть алмашыныуы менән генә тарихта ҡалды.
Әлеге лә баяғы майя ҡәбиләһенең күрәҙәлектәре тарихты үҙгәртерҙәй ваҡиғаға бәйле. Улар теркәүенсә, ерҙә яңы эра – рухи яҡтан «күҙ асылыу» эраһы – башланасаҡ. Күптәрҙең фекеренсә, боронғо индеецтар ахырызаманды билдәләгән. ҡайһы бер күрәҙәселәр, яҡын йылдарҙа Мексикала туберкулездың дауалап булмаған яңы төрө эпидемияһы ҡоторасаҡ, ти. Уны ла шул заман аҙағына бәйләйҙәр.
Әйткәндәй, Мексика хөкүмәте майяларҙың фаразлауын туризм йәһәтенән һөҙөмтәле файҙаланмаҡсы. Илдең туризм министры Глория Гевара белдереүенсә, 2012 йылдың декабрендә майя ҡәбиләһе календары буйынса «буласаҡ» ваҡиғаның нисегерәк тормошҡа ашҡанын үҙ күҙҙәре менән күрергә теләүселәр күп, бигерәк тә сит ил кешеләре. Ә Мексика был ҡыҙыҡһыныуҙарҙан табыш ала аласаҡ. Шул көндәрҙә майя тарихына арналған төрлө саралар ҙа үтәсәк, имеш. Бәй, бәғзеләр ахырызамандың нимә икәнен аңламай булып сыға түгелме? Уны тамаша һымаҡ ҡабул итәләр ҙә баһа!
АҡШ аналитиктары үҙ илдәрендә йыл аҙағына хәрби хәл индереләсәген фаразлай. «Астрология академияһы» ректоры Михаил Левин иҫәпләүенсә, Рәсәй өсөн сәйәси һәм финанс өлкәһендә ауыр йыл. Етмәһә, ныҡ эҫе буласаҡ, имеш. Яҡын һәм Урта Көнсығыш Европаға демографик баҫым яһаясаҡ. ҡырымда һуғыш сыҡмаҡсы. АҡШ менән Көнбайыш Европа илдәре конфликтҡа инәсәк. Һәләкәттәргә килгәндә, космос техникаһында, ҡара диңгеҙҙә һәләкәттәр көтөлә. Ә бына Нострадамус әйтеп ҡалдырыуынса, әллә ҡасан онотолған бер утрау һыу өҫтөнә йөҙөп сығасаҡ. Был, бәлки, Атлантида булыр. Уның күпме һәләкәт килтереүе әлегә билдәһеҙ.
Бер төркөм астролог, тәбиғәттәге дисбаланс ҡаза килтерер, ти. Ер, Һыу, Ут, Һауа кеүек тәбиғәт стихияларының үҙ-ара гармонияһы юғалыу сәбәпле, ер тетрәүҙәр (быға Ер стихияһы яуаплы), һыу баҫыуҙар (Һыу стихияһы), янғындар, шартлауҙар, радиация (Ут стихияһы), көслө ел, дауыл (Һауа стихияһына бәйле) хәүефе янай.
«Экстрасенстар һуғышы» тапшырыуы еңеүсеһе Мохсен Норузи белдереүенсә, быйыл уянасаҡ ике янартау донъяны тетрәндерәсәк. Астролог Сергей Попов иһә Рәсәйгә «аҡ көндәр» яҡынлашыуын хәбәр итә. Әлеге олигархтар элитаһы осорона нөктә ҡуйыласаҡ, имеш.
Тағы бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт бар: кем тыңлап торған, йә яҙып алғандыр, билдәһеҙ, әммә сит планета кешеләре әйткәндәргә лә ҡолаҡ һалырға ҡушалар. Имеш, улар былай тигән: «ҡурҡмағыҙ, һеҙҙең донъя бөтөнләй үк бөтмәйәсәк. Планетағыҙ тирәләй төрлө көстәр бар, улар ярҙам итер. Беҙ һәр нәмәгә ҡыҫыла алмайбыҙ, шулай ҙа үҫешергә, тормошто тулыһынса тойорға теләүселәргә булышлыҡ итербеҙ». Шулай итеп, берәүҙәр ахырызамандан табыш алырға йыйынһа, берәүҙәр, ул ваҡиғалар беҙҙең быуатта булмаясаҡ, тип ғәҙәттәгесә көн итә.

Нимә ул ахырызаман?

Төрлө катаклизмдар йышайыуын аңлау өсөн үҙебеҙҙең йәшәйешкә күҙ һалайыҡ. Тормо­шо­боҙ көн менән төндән, миҙгелдәрҙән, уларҙың камил алмашыныуынан тора. ҡағиҙә булараҡ, көндөҙ әүҙем тормош осоро, төндә кеше ял итә. Йәй менән ҡыш та шулайыраҡ: йылы миҙгелдә һәр ерҙә тормош ҡайнаһа, ысын ҡыш (һалҡын, буранлы) – йоҡомһораған миҙгел. Анало­гия йәһәтенән, шундай уҡ ваҡиғалар ҙурыраҡ кимәлдә, йәғни ерҙә генә түгел, ә галактикала, ҡояш системаһында ла булырға тейеш. Тимәк, галактиканың да, ерҙең яҙы кеүек, уянған, «ҡуҙғыған» сағы була. Бына ошо ваҡытта ер тетрәүҙәр, төрлө тәбиғәт катаклизмдары була ла инде, тип аңлата ҡайһы бер ғалимдар. Дини китаптар, риүәйәттәр иһә, донъя бөтөүгә табан барһа, һәләкәттәрҙең күбәйеүен иҫкәртә. Унан килеп, кеше үҙе үк һәләкәттәр йышайыуына булышлыҡ итә.
Егерменсе быуат кешелек өсөн асыштарға бай булды. Йыһанға, Айға осоу, атом ҡоралы уйлап табыу һ.б. Былар барыһы ла тиерлек техноген һәләкәттәрҙең артыуы менән йәнәш тура килде. Атом ҡоралы барлыҡҡа килеү менән СССР һәм АҡШ шул юҫыҡта ярыша башланы. Әммә ил­дәр «атом уйындары»ның хәүефле булыуын онотоп та ебәрҙе, буғай. «Маяҡ», «Чернобыль» һәләкәттәрен әйтәм, уларҙың ҡот осҡос эҙемтәләре, хата өсөн «түләүҙәр» оҙаҡ йыл­дар­­ға һуҙылды. Фажиғә түгелме ни ошо?! Кешелектең Ер менән «яуыз­дарса уйнауы»ның аҙағы бу­лыр­ға тейеш, был – донъя бөтөүе, тип раҫлай бер төркөм ғалим. Ул ғына ла тү­гел, ил башлыҡтары, атом һуғышы була ҡалһа, тере ҡалырға тип, теге йәки был ышаныслы урында бункер­ҙар төҙөй. Һуң, унда бит бөтә халыҡ һыймай. Уйлай белгәндәр шуны аңлар: кем унда барыһын да һыйҙырырға йыйына әле?! Донъя шулай шаулай.

Шул уҡ ваҡытта...

Әле ахырызаманға тиклем байтаҡ эш башҡараһы бар. Донъя кимәлендә бихисап йәшерен проект, программа бойомға ашырылырға тейеш. Уға ҡыҫылышы булған дәүләттәр бер-береһе менән уҙыша-уҙыша үҙ файҙаһына ошолар «өҫтөндә эшләй»:
Көнбайышҡа Ер планетаһының сейсмологик көстәргә бирешмәүсе иң тотороҡло урыны – Кольск ярымутрауынан алып ҡырым ярымутрауына тиклем Рус тигеҙлеген бушатырға кәрәк! Был тигеҙлектең Рәсәйҙәге өлөшө – Урта рус ҡалҡыулығы.
Украинаға 15 миллион йәһүдте күсереү буйынса ла проект эшләй. Әлегә улар 50 меңгә еткән, барыһы ла етәксе урындарында ултыра. 300 миллион Европа кешеһен Рәсәйҙең һәм Украинаның Европа өлөшөнә күсерәһе бар. «Сейә төҫө» программаһы буйынса 100 миллион японды ҡытайға, Азия, Австралия, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкаға урынлаштырыу күҙаллана. Быларҙың барыһын да эшләү өсөн кемделер алдарға, ҡыуырға, юҡ итергә кәрәк түгелме һуң?
«Алтын миллиард» программаһы иһә 27 ил олигархтарының идара итеүен тәьмин итергә тейеш. Был 1 миллиард кешенең ҡалған 5,6 миллиард хоҡуҡһыҙ, ерһеҙ, эшһеҙ ҡолдарға ҡарата феодаль технофашистик диктатураһы буласаҡ. Донъяла бына шундай ҙа хәлдәр бар. Ә беҙгә килеп етмәгәне, ҡолаҡ ишетмәгәне, күҙ күрмәгәне, көтөлмәгәне күпме икән?! Эйе, планета йәшә-әй...

Әйткәндәй

Тель-Авив өлкә суды Израилдең элекке президенты Моше Кацаваны ете йылға (президент посында ла ул нәҡ ете йыл ултырған) иркенән мәхрүм итте. Уның эше дүрт йылға һуҙылған. Кацаваны көсләүҙә һәм башҡа енәйәттәрендә ғәйепләйҙәр, әммә ул судта, яза менән килешмәүен белдереп, илап ебәргән һәм судьяларға янаған. Израиль Премьер-министры Биньямин Нетаньяху белдереүенсә, ил­дең суд системаһы «Закон алдында барыһы ла тигеҙ. Берәү ҙә закондан өҫтөн түгел» тигән ябай принципты раҫлаған. Украинаның элекке етәк­сеһе Леонид Кучманы ла прокуратура хеҙмәткәрҙәре эҙәрлекләй, имеш. Уны журналист Григорий Гангандзены юҡ итеүҙә ғәйепләйҙәр. Бына шулай, донъя илдәренең бе­реһендә хатта элекке президентты ла ғәйептәре өсөн хө­көм итә алалар. Тимәк, әле беҙ йәшәгән ерҙә ғәҙеллек тә бар.
Ә беҙҙә, Рәсәйҙә иһә, дөйөм алғанда, реформалар дәүере. Йыл башынан уҡ дәүләт учреждениелары реформаһы старт алғайны, Федерация Советын формалаштырыуҙың яңы тәртибе лә «әйләнешкә» ебәрелде. Полиция марттың беренән эш башланы. Ғәҙәттәгесә, хаҡтар ҙа «күперҙе». Мәғарифты үҙгәртеп ҡорорға йыйынабыҙ, нимәне мөмкин, шуны оптималләштерәбеҙ, модернизациялайбыҙ. Ябай халыҡ иһә, һуңғыһы нимәне аңлата ул, тип баш вата. Донъя ҡайһы саҡ беҙгә, ысынлап та, түңәрәк булып китә – проблемалар әйләнә лә килә, әйләнә лә килә. Шартлауҙар, һәләкәттәр, сирҙәр, теракттар – нимә булды һуң беҙгә?!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы