RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

09.08.2019 Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Бөгөн «Башавтотранс» предприятиеһы халыҡ-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн 110 «Форд Транзит» маркалы автобус алды. Уларҙың 55-е халыҡ-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерә һәм республиканың баш ҡалаһын бөгөнгә тиклем даими автобус бәйләнеше булмаған район үҙәктәре менән тоташтыра, тағы 55-е ҡала янында эшләй.

«Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә дәүләт ташыусыһы автобустары республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайныҡ. Тап «Башавтотранс» социаль ташыуҙарҙы тәьмин итә һәм коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. «Башавтотранс»ты ни өсөн һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Уларға ҙур автобустарҙың тәүге партияларын тапшырҙыҡ та инде. Бөгөн — 110, киләһе аҙнала тағы ла 100 автобус бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, яҡынса 550 автобус. Был халыҡ өсөн ҡыуанысла ваҡиға. Бөгөн 16 Өфө пассажир автотранспорт предприятиеһы автобуслы була», — тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Республика етәксеһе район пассажирҙар ташыу идаралыҡтары етәкселәренә автобус асҡыстары тапшырҙы. У шулай уҡ Башҡортостан кеүек ҙур республиканың пассажирҙар ташыу буйынса үҙенең дәүләт компанияһы булырға тейешлеген билдәләне. Радий Хәбиров компанияны һаҡлап ҡалыу өсөн көс һалғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм бөгөн уның аяҡҡа баҫа башлауын әйтте.

Әле 10 район үҙәгендә — Асҡарҙа, Баҡалыла, Үрге Йәркәйҙә, Дәүләкәндә, Яңы Балаҡатайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Раевкала, Иҫке Собханғолда, Николо-Березовкала, Йәрмәкәйҙә ошондай бәйләнеш юҡ.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы ағымдағы йылда бөтәһе 527 яңы автобусҡа эйә була. Уларҙың күпселеге быйыл уҡ алынырға тейеш.




Автор: А. Ғиззәтуллин
Фото: Автор фотоһы
Источник: ИА "Башинформ"






Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшен үткәрергә тәҡдим яһаған. Ләкин юбиляр баш тартҡан.