RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғәрәптәр һөйөнә, йәһүдтәр көйөнә Рәсәй башлығының әйткән һүҙенә

05.02.2011 Ғәрәптәр һөйөнә, йәһүдтәр көйөнә Рәсәй башлығының әйткән һүҙенә

Ғәрәптәр һөйөнә, йәһүдтәр көйөнә Рәсәй башлығының әйткән һүҙенәҮткән аҙналағы мөһим сәйәси ваҡиғаларға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың Яҡын Көнсығыш илдәренә ике көнлөк эш сәфәрен, Мысырҙағы сыуалыштарҙы, Рәсәй – НАТО мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшеүен индерергә мөмкин.
Фәләстанды ла таныныҡ...

Билдәле булыуынса, 18 – 20 ғинуар­ҙа ил етәксеһе Яҡын Көнсығыш илдәренә барҙы. Бигерәк тә уның Фәләстанға эш сәфәре бар донъя йәмәғәтселегенең иғтибары үҙәгендә торҙо. Ни тиһәң дә, быға тиклем донъя илдәре етәкселәре башта Израилдә булып, һуңынан, юл ыңғайы тигәндәй генә, Фәләстанға һуғылып китә ине. Ә Д. Медведев тура төбәп Фәләстанға килде. Дөрөҫ, был мәлдә Израилдә тыныс түгел, забастовкалар бара ине. ҡайһылай ғына булмаһын, Рәсәй етәксеһенең Фәләстанда ғына булыуы ғәрәптәр өсөн оло ҡыуаныс, ниндәйҙер кимәлдә донъя йәмәғәтселегенең Израилдән башҡа ла үҙҙәрен таныуы, әҙәмгә һанауы тип ҡабул итте. Визиты барышында Д. Медведев, автономия башлығы Мәхмүд Аббас менән осрашып, төрлө һөйләшеүҙәр, килешеүҙәр булдырыуға өлгәште. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: Рәсәй делегацияһы 125 кешенән тороп, уларҙың байтағын инвестиция һалырҙай эшҡыуарҙар тәшкил итте. Д. Медведев Фәләстан халҡына ҙур яңылыҡ, киләсәккә ҙур өмөттәр ҙә алып килде. Ул Фәләстан автономияһын суверенлы дәүләт булараҡ таныуын белдерҙе. Әле алыҫ 1988 йылда уҡ элекке СССР етәкселеге быны эшләгәйне. Әммә ул ваҡытта, АҡШ-тың йоғонтоһо бик көслө булыу сәбәпле, бар донъя йәмәғәтселеге тарафынан илдең үҙаллылығы танылманы. Бер нисә йылдан һуң инде донъялағы иң ҙур ил үҙе лә донъя картаһынан юҡҡа сыҡты. Яңыртылған йәш Рәсәйҙең эске сәйәсәтендә проблемалар булыуы, Көнбайыш Европа илдәренән финанс йәһәттән бәйле булыу ҙа Фәләстанды бойондороҡһоҙ ил булараҡ таныу мәсьәләһен артҡы планға күсерә килде. Ниһайәт, был миссияны үтәү илдең өсөнсө Президенты Дмитрий Медведев иңенә төштө. Фәләстан автономияһының үҙаллылығын, 1967 йылда билдәләнгән дәүләт сиген таныуҙы алыҫ 1988 йылда уҡ Алжир, Кувейт, Ираҡ, Ливия, Тунис, Афғанстан, Мавритания, Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек мосолман дәүләттәре башлап ебәргәйне. Уларҙың өлгөһөнә һуңғараҡ донъя халҡының өстән бер өлөшөн үҙҙәрендә туплаған ҡытай, Һиндостан, Индонезия кеүек илдәр ҙә ҡушылды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башына тиклем Фәләстандың үҙаллылығын һигеҙ тиҫтә самаһы ил таныуын белдерә. Ошонан һуң инде был мәсьәләлә бер аҙ һиллек урынлаша. Икеләнеүсе илдәр араһында АҡШ менән Израиль йоғонтоһо аҫтында булыусылар тороп ҡала. 2010 йылдың аҙағында Аргентина, Бразилия, Эквадор, Боливия кеүек Латин Америкаһы илдәре лә был теләктәшлеккә ҡушылды. Ә хәҙер Рәсәй кеүек донъя лидерҙарының быны белдереүе икеләнеүселәрҙе бер ҡарарға килергә этәрҙе лә инде. Рәсәй артынса Фәләстандың бойондороҡһоҙлоғон таныуҙар башланды. Мәҫәлән, яңыраҡ был хаҡта Чили, Гайана, Перу, Парагвай, Кипр, ә 1 февралдә иһә Суринам белдерҙе. Норвегия менән Ирландия ла ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғата. Норвегияға башҡа Скандинавия илдәре лә ҡушылыр, моғайын. Унан һуң инде башҡа Европа илдәренә лә быны эшләргә тура киләсәк. Йәғни Д. Медведевтың был белдереүе Яҡын Көнсығышҡа һиллек, тыныслыҡ алып килһә, ул тыныслыҡ ниндәйҙер кимәлдә Израилдең еңелеүен таныу ҙа булып тора. Сөнки инде бына дүрт тиҫтә йылдан ашыу Израиль Фәләстан биләмәһендә һуғыш алып барып, был биләмәләрҙә торлаҡ йорттар, башҡа объекттар төҙөп, хәҙер килеп шунан баш тартырға тейеш булып сыға. Фәләстан Президенты Мәхмүд Аббас яңы дәүләтте күршеләр, йәғни Израиль менән килешеү нигеҙендә ҡорасаҡбыҙ, ти. Был дөрөҫтөр ҙә һәм Рәсәй Президентының бер шарты ла булып тора ине. Эйе, был йәһәттән йәһүдтәрҙе ярыҡ ялғаш алдында ҡалдырмау мәсьәләһе лә алдан һөйләшеп килешелгән, күрәһең. Шулай булмаһа, М. Аббас шундай белдереү яһамаҫ ине. ҡайһылай ғына булмаһын, Яҡын Көнсығыш конфликтын көйләү буйынса мөһим аҙым эшләнде. Иртәме-һуңмы, Фәләстандың бер бөтөнлөгөн Евросоюз илдәре лә (Кипр ЕС ағзаһы булып тора ла инде), АҡШ та танырға мәжбүр буласаҡ. Шуныһын да әйтергә кәрәк, был төбәктәге тыныслыҡ улар өсөн дә бик мөһим.

40 миллион хәйерсе халыҡ Президентҡа ҡаршы

Мысырҙағы тәртипһеҙлектәргә килгәндә, илдәге сыуалыштар 25 ғинуарҙа – шишәмбе көн башланып китте. Шишәмбе унда ял көнө – ил Полиция көнөн байрам иткән була. Илдең баш ҡалаһы Каирҙа 10 меңгә яҡын халыҡ законһыҙ митингыға сығып, илдең Эске эштәр министрлығы эргәһендәге майҙанға йыйыла һәм демократик үҙгәрештәр талап итә. Полиция халыҡты бинаға яҡын ебәрмәй һәм улар араһында бәрелеш була. Халыҡ араһынан ырғытыл­ған таш һөҙөмтәһендә бер нисә полиция хеҙмәткәре йәрәхәтләнә, береһе үлә. Ә илдең икенсе бер ҡалаһы Суэцта, киреһенсә, бәрелеш һөҙөмтәһендә ике оппозиционер һәләк була. Ошондай шарттарҙа башланып киткән сыуалыштар аҙнанан ашыу дауам итә. Демократик үҙгәрештәр көҫәп урамға сыҡҡан халыҡ Президенттың властан китеүен талап итә. Билдәле булыуынса, әле яңыраҡ ҡына Мысыр кеүек Африка материгының төньяғында урынлашҡан Туниста ла ошондай сыуалыштарҙан башланып киткән ығы-зығы илдә революцияға – власть алмашыныуына килтергәйне. Бындай осраҡта, алама миҫал йоғошло була, тиҙәрме әле? Һәр хәлдә, Мысыр халҡы үҙҙәренең Тунистағы ҡәрҙәштәренән өлгө ала булһа кәрәк. Был ике илдең тарихи яҙмыштарында ла, бөгөнгө хәл-тороштарында ла оҡшашлыҡтар, уртаҡлыҡтар байтаҡ. Мәҫәлән, халыҡтың күпселеген ғәрәптәр тәшкил итә, ике ил дә ҡасандыр Европа илдәренең колонияһы булған (Тунис – Францияныҡы, Мысыр – Төркиә һәм Бөйөк Британияныҡы). Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң ныҡлы айырма менән байҙар һәм ярлылар ҡатламы барлыҡҡа килә. Колония булып йәшәгән осорҙа был әллә ни һиҙелмәй. Бөгөн Мысырҙа 80 миллион самаһы халыҡ йәшәһә, шуның яртыһы, йәғни 40 миллион самаһы хәйерселектә көн күрә. Илдә эшһеҙлек, хәйерселек хөкөм һөрә. 30 йыл элек урынлаштырылған «комендант сәғәте» халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Унан килеп, 30 йыл самаһы бер үк кешенең – Хөсни Мөбәрәктең Президент булып тороуы, ыңғай үҙгәрештәрҙең аҙ булыуы, эшһеҙлектең артыуы халыҡтың һарыуын ҡайната. Аҙнанан ашыу дауам иткән сыуалыштарҙа 150 кеше һәләк булған, 4 меңдән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған. Тәртипһеҙлектәр бының менән генә тамамланырға оҡшамай, халыҡ талабы тик берәү генә – Хөсни Мөбәрәк властан китергә тейеш. Әле ул Хөкүмәтте отставкаға ла ебәреп ҡараны, әммә файҙаһы юҡ. АҡШ етәксеһе Барак Обама ла Хөсни Мөбәрәккә, үҙ ирке менән власты ҡалдырыуҙы һорап, мөрәжәғәт итте. Ә 82 йәшлек Президент, мөҙҙәтем сыҡҡансы (2011 йылдың сентябре) вазифамдан китмәйәсәкмен, тип бара. Бындай киреләнеүҙәр уның үҙе өсөн дә, халыҡ өсөн дә яҡшыға булмаясаҡ, әлбиттә.

Аранан ҡара бесәй йүгерә яҙҙы

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала Рәсәй – НАТО мөнәсәбәттәре йәнә киҫкенләшә төштө. Әле яңы ғына Рәсәй Төньяҡ альянс етәкселеге менән Европалағы ПРО системаһы мәсьәләһендә уртаҡ фекергә килгәс, барыһы ла, еңел тын алып, «һалҡын һуғыш» уйынын «үлмәҫ» элек ҡәбергә тығырға ашыҡҡайны. Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тигәндәре раҫҡа сыға, ахырыһы. Ни өсөн тигәндә, үткән аҙнала НАТО халыҡ-ара хәрби штабының генераль директоры Юрген Борменан, Грузияла эш сәфәре менән булып, Рәсәй өсөн аяҙ көндө йәшен атҡандағылай хәбәр еткерҙе. Йәғни ул Грузияны СССР-ҙан айырылып сыҡҡан ваҡыттағы дәүләт сиге сиктәрендә генә айырым бер бөтөн, бүленмәҫ ил булараҡ таныуын белдерҙе. Ә бит бынан өс йыл элек кенә, йәғни 2008 йылда Абхазия һәм Көньяҡ Осетия конфликтынан һуң Рәсәй был илдәрҙең бойондороҡһоҙлоғон танығайны. Һуңғараҡ, Рәсәйгә теләктәшлек белдереп, Боливия, Венесуэла кеүек илдәр ҙә быны эшләне. Әле килеп НАТО (тимәк, АҡШ тип аңларға кәрәк) ошондай белдереү эшләй икән, был үҙе үк, беҙ Рәсәй менән бер һуҡмаҡтан атламайбыҙ, беҙҙең юлыбыҙ башҡа, ПРО системаһы мәсьә­ләһендә уртаҡ тел табыуға өлгәшеүебеҙ тик сәйәси уйын ғына, тигәнде аңлата. Ошондай шарттарҙа илебеҙ дипломаттарына өлгәшелгәндәрҙән кире сигенмәү, йәғни Абхазия менән Көньяҡ Осетияны Грузияға ҡабат бирмәүҙе лә, шул уҡ ваҡытта НАТО менән артыҡ тәмһеҙләшмәй генә алтын урталыҡты табыу талап ителә. Тағы шуныһы ла бар, Рәсәйҙең ҡайһы бер сәйәсмәндәре НАТО-ны нисек кенә дуҫ итеп күрергә тырышмаһын, был хәрби альянс беҙгә бер ваҡытта ла дуҫ та, партнер ҙа булмаҫтыр, ахыры.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы