RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

21.05.2019 Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Рәсәй Президенты Владимир Путин РФ тәбиғәт ресурстары һәм экология министры менән осрашып, “Экология” милли проекты тураһында һөйләште.

Был милли проектҡа “Таҙа ил” программаһы бәйләнгән. Уның эсендә иһә сүплектәргә ҡаршы көрәш, ҡалдыҡтарға заманса ҡараш кеүек маҡсаттар бар.

“Экология” милли проектына 2024 йылға тиклем дүрт триллион һум тотонасаҡбыҙ.

Министр Дмитрий Кобылкин белдереүенсә, быйыл “Таҙа ил” программаһына ярашлы, 48 сүплек рекультивацияланасаҡ. 2024 йылға тиклем 191 сүплектә ошо эште башҡарырға кәрәк.

Ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөүгә алдағы алты йылда 100 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү өсөн 220 завод төҙөйһөбөҙ ҙә бар әле.

Ҙур йылғабыҙ Волганы ла элекке таҙа, мул һыулы һәм балығы уйнаҡлап торған сағына ҡайтарыу бурысы тора. Был йылғаның таҙалығы 60 миллиондан ашыу рәсәйлегә мөһим.

Тағы шуныһы: көнкүрештә һәм предприятиеларҙа экологик йәһәттән заманса технологияларҙы индереүгә генә лә ғәләмәт ҙур сумма тотоноласаҡ. Күҙаллауҙар буйынса ул 2,5 триллион һумға барып баҫа.

Барыһының да һөҙөмтәһе 2024 йылдан һуң асыҡ күренәсәктер.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе