RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне

28.11.2018 Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне

Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләнеБашҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәккә инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеген координациялауҙы республика хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға йөкмәтте. Үҙенең ҡарары хаҡында ул Башҡортостандың Рәсәй субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында ҡатнашҡан сағында сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса проект офисы ултырышында иғлан итте.

«Бөгөн беҙҙә исемендә «инвестиция» һүҙе булған бер ведомство ла юҡ. Был осраҡта дәүләт сәйәсәтенең ниндәй йүнәлеше хаҡында һүҙ барыуы мөмкин? Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәт туплау өсөн яуап бирә, дөйөм прогноздар яһай, ләкин бының менән системалы шөғөлләнгәне юҡ. Ошо йүнәлеш өсөн кемдең яуаплы буласағын уйларға кәрәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе фекеренсә, инвестициялар йәлеп итеү кеүек мөһим йүнәлеш кураторы вазифаһына иң ҡулай кандидатура — Александр Сидякин. Иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә ҙур һәм бәләкәй инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән берҙәм, яйға һалынған система булдырыу өсөн Проект офисы, республика Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы эшен, башҡа институттарҙы тап ул көйләргә тейеш.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сидякинға айына бер тапҡыр эшҡыуарҙар менән осрашырға һәм улар менән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡушты.Бынан тыш, Радий Хәбиров тулы картина алыу өсөн эшҡыуарҙар менән махсус тура бәйләнеш каналын булдырыу бурысын йөкмәтте.

«Ҙур инвестицияларға килгәндә, ҡайһы берҙә ҡул менән идара итергә кәрәк, хәүеф ихтималлығын үҙ өҫтөмә алам. Хәҙер кесаҙна һайын Инвестиция сәғәте уҙғарыла. Бөтә инвесторҙарға ла сәйәсәтебеҙҙең инвестициялар йәлеп итеүгә нигеҙләнәсәге хаҡында сигнал бирәбеҙ. Был минең төп бурысым. Ошо системаны яйға һалырбыҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.




Автор: "Башинформ"
Фото: "Башинформ"






Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы