RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров: Башҡортостан Мәскәү-Екатеринбург магистрален төҙөү проектына инергә тейеш

22.11.2018 Радий Хәбиров: Башҡортостан Мәскәү-Екатеринбург магистрален төҙөү проектына инергә тейеш

Өфө «Мәскәү-Екатеринбург» юғары тиҙлекле магистрален төҙөү проектына инергә тейеш. Тап ошо хаҡта һүҙ барҙы 21 ноябрҙә Мәскәүҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе — генераль директоры Олег Белозёров менән эш осрашыуында, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.[i][/i]

«Был — беҙҙең өсөн бик мөһим тема. «Мәскәү-Екатеринург» юғары тиҙлекле магистрале проекты тураһында беләһегеҙ. Беҙ Өфөнөң ошо трассаға инеү мәсьәләһен тикшерҙек. Рәсәйҙең ҙур һәм кәрәкле проектында нығыныу беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Республикабыҙҙа йәшәүселәр ҙә юғары тиҙлекле магистраль менән файҙаланып, Мәскәүгә һәм Екатеринбургка тиҙ генә барып етә алһын өсөн беҙҙең дә өлөшөбөҙ булыуы мөһим», — тине Радий Хәбиров, осрашыу йомғаҡтары буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.

Төбәк башлығы һүҙҙәренсә, был — бик уңайлы сервис. Осрашыуҙа Башҡортостандың ошо проектта ҡатнашыуы буйынса эшсе төркөм ойоштороу хаҡында һөйләшеп килешелде.

Яңы глобаль халыҡ-ара проект – Берҙәм юғары тиҙлекле Евразия тимер юл транспорты селтәрен булдырыу картаһында Башҡортостан да барлыҡҡа килде, тип яҙҙы Радий Хәбиров Фейсбук социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

«Уның ике ҡитға буйлап тиҫтәләрсә мең саҡрымлыҡ оҙонлоғонан бер нисә мең саҡрымы 2031 йылға тиклем Рәсәй буйлап һалына. Проект оҙайлы һәм ҡатмарлы, ләкин унда нығыныу – беҙҙең өсөн тарихи әһәмиәткә эйә бурыс, сөнки беҙ Рәсәй, Европа һәм Азияның иҡтисад һәм сәйәсәт үҙәктәренә яҡыная алабыҙ», — тип үҙенең фекере менән уртаҡлашты Башҡортостан етәксеһе.

Бынан алда Рәсәйҙең транспорт министры Иннокентий Алафинов юғары тиҙлекле магистралде һәм Мәскәүҙән Урал төбәгенә тиклемге автотрассаны 2031 йылға төҙөүҙәре мөмкин, тип әйткәйне. Әлеге ваҡытта магистраль инфраструктураны үҫтереүҙең комплекслы планына индерелгән «Мәскәү-Ҡазан» юғары тиҙлекле магистрале төҙөлөшө әҙерләнә. 2024 йылдың аҙағына ҡәҙәр проекттың беренсе этабын — Мәскәүҙән Түбәнге Новгородҡа тиклем һәм Мәскәү — Түбәнге Новгород — Ҡазан автомобиль юлы төҙөлөшөн тормошҡа ашырырға йыйыналар.

Радий Хәбировтың «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе — генераль директоры Олег Белозёров менән эш осрашыуында республиканың тимер юл йөктәрен ташыуҙы Өфө урау юлына күсереү тураһында тәҡдимен ҡарау буйынса эшсе төркөм ойоштороу хаҡында һөйләшеп килешелде. Ул бындай ҡарарҙың иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыу мәсьәләһен өйрәнергә тейеш.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



18 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына үҙенең тәүге мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаясаҡ

Силәбеләге вәкиллеккә – 20 йыл

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты

Башҡортостан етәксеһе менән Өфө мэрының хәләл ефеттәре Саҡмағош районында ҡаҙ өмәһендә ҡатнашты

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

Ситдыҡов та китте...

29.11.2018 - Сәйәсәт Ситдыҡов та китте...


Янғын иҫкәрткес сабыйы тыуған һәр ғаиләгә биреләсәк

Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне

Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә»

Радий Хабиров поручил оказать помощь детям, мать которых погибла в массовой аварии

Радий Хәбиров: «Буш торған биналарҙы муниципалитеттар балансына тапшырырға кәрәк»