RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ – Радий Хәбиров

09.11.2018 Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ – Радий Хәбиров

Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ – Радий Хәбиров
«Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ. Быны мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ белдерәм. Икенсе һорау – ҡасан һәм нисек. Беҙ быны тиҙ эшләргә тейеш», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров кесе йома, 8 ноябрҙә, Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә.

Торлаҡ төҙөлөшөндәге хәлде ул ҡаланың киҫкен мәсьәләләренең береһе тип атаны.

«Әүҙем, ҡеүәтле һәм тиҙ торлаҡ төҙөлөшө беҙҙең өсөн төп бурыс булып тора. Халҡыбыҙ йортҡа мохтаж, сираттар йылдар буйына тора. Ҡайһы берҙә федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы быға хоҡуғы булған граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итә алмайбыҙ. Шуға йорттар төҙөйәсәкбеҙ, — тип айырып әйтте Радий Хәбиров. — Йорттарҙы әлеге ваҡытҡа тиклем төҙөгән кеүек башҡа эшләмәйбеҙ. Уйлап эшләнмәгән, яуапһыҙ ҡарарҙар нәҡ Өфөлә, Өфө районында алданған өлөшсөләрҙең бик күп булыуына килтерҙе».

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы шулай уҡ төҙөүсе поликлиникалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡалар барлыҡҡа килһен өсөн йә төҙөргә, йә иһә күпмелер аҡса күсерергә тейеш тип билдәләне.

«Беҙҙең төҙөлөш блогы миңә Өфөлә йыл һайын кәмендә өс мәктәп төҙөргө кәрәк тип белгертә. Беҙ әҙер, ләкин ҡалала төҙөр өсөн урындар бармы? Мин белмәйем. Шул ҡәҙәр йорт өйгәндәр, ә беҙгә эргәлә генә булһын, автобуста бөтә Октябрь проспекты буйлап йөрөргә тура килмәһҫлек итеп мәктәп төҙөргә кәрәк. Шуға, әйҙәгеҙ, был етешһеҙлектәрҙе төҙәтәйек, — тине Радий Хәбиров. — Беҙҙең бурыс – күп, быға тиклем төҙөлгәнгә ҡарағанада күберәк, әммә шул уҡ ваҡытта, халыҡҡа йәшәү уңайлы, кешеләр нормаль социаль инфраструктура менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә булһын, алданған өлөшсөләр булмаһын итеп төҙөү».








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хабиров: Жители Сибая должны получать быструю необходимую медпомощь

На поддержку многодетных семей Башкирии, имеющих 8 детей, направят 23 млн рублей

Руководитель Башкирии дал две недели на решение экологической проблемы в Сибае

Радий Хабиров: Жители Сибая при каждом чихе должны без очередей попадать к врачу

Радий Хабиров наградил призеров юношеского первенства Башкирии по греко-римской борьбе

Радий Хабиров: Прокуратура в 2018 году добилась возврата 650 млн руб долгов по зарплате

Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Радий Хабиров встретился с жителями Белокатайского района

Радий Хабиров стал участником заседания Госсовета РФ, посвященного Году добровольца

Радий Хабиров: «Быть спасателем - достойное призвание сильных духом людей»

Руководитель Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды

“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –