RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров Өфөлә социаль объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе һәм торналар фонтанын тергеҙеүҙе талап итте

09.11.2018 Радий Хәбиров Өфөлә социаль объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе һәм торналар фонтанын тергеҙеүҙе талап итте

Радий Хәбиров Өфөлә социаль объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе һәм торналар фонтанын тергеҙеүҙе талап итте
Радий Хәбиров Өфөлә оҙаҡ төҙөлгән социаль объекттарҙы тамамлауҙы һәм ҡаланы тәртипкә килтереүҙе талап итте. Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡатнашты. Ул баш ҡалала «ташландыҡ хәлгә килгән меңләгән объект» табырға мөмкин тип билдәләне һәм ҡаланың элекке визит карточкаһы булған Ҡала мәҙәниәт һарайындағы емерелгән күренекле «Бейеүсе торналар» фонтанының тарихын хәтергә төшөрҙө. Хәҙер фонтан урынында ресторанға өс ҡатлы бина төҙөлгән.

Өфөлә күптән булмаған кешенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, төбәк етәксеһе ҡаланы төҙөкләндереүҙә булған асыҡтан-асыҡ дисбалансты билдәләне. «Матур урындар бар – ундайҙар бер ҡайҙа ла юҡ. Ҡайҙалыр аҡса һалынған, ә ҡайҙалыр – йәмһеҙлек. Планлы рәүештә хәлде төҙәтергә кәрәк», — тип тәҡдим итте республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Шулай уҡ ул Амантай урамындағы поликлиника тарихы менән таныш булыуын хәбәр итте. Поликлиниканың төҙөлөүенә биш йыл тиерлек, әммә әле һаман файҙаланыуға тапшырылмаған.

«Беҙ 200 йыл йәшәмәйбеҙ, ғүмеребеҙҙең һәр йылы ҡәҙерле. Яҡын-тирәләге дауаханаға барыу мөмкинлегенән мәхрүм итеп, күпме халыҡтың асыуын килтерҙегеҙ. Шунда уҡ, Өфө районында, Авдонда туғыҙ йыл буйына төҙөлөп бөтмәгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан. Хәҙер бер кемде лә ғәйепләмәйем, әммә ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе талап итәсәкмен. Теләк булһа – ғәҙәти булмаған ҡарар табырға мөмкин».

Төбәк етәксеһе ҡалаға Амантай урамындағы поликлиниканы сафҡа индерергә рөхсәт алыу һәм Өфө күперҙәрен ремонтлау менән ярҙам итергә вәғәҙәләне. «Өс күпер ҙә ҡатмарлы техник торошта. Бының менән шөғөлләнергә кәрәк һәм аҡса менән ярҙам итергә ҡарар ҡабул итербеҙ. Артабанғы юл төҙөлөшө менән дә ярҙам итербеҙ».








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хабиров: Жители Сибая должны получать быструю необходимую медпомощь

На поддержку многодетных семей Башкирии, имеющих 8 детей, направят 23 млн рублей

Руководитель Башкирии дал две недели на решение экологической проблемы в Сибае

Радий Хабиров: Жители Сибая при каждом чихе должны без очередей попадать к врачу

Радий Хабиров наградил призеров юношеского первенства Башкирии по греко-римской борьбе

Радий Хабиров: Прокуратура в 2018 году добилась возврата 650 млн руб долгов по зарплате

Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Радий Хабиров встретился с жителями Белокатайского района

Радий Хабиров стал участником заседания Госсовета РФ, посвященного Году добровольца

Радий Хабиров: «Быть спасателем - достойное призвание сильных духом людей»

Руководитель Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды

“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –