RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостандың 10 иң яҡшы механизаторы «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде

01.11.2018 Башҡортостандың 10 иң яҡшы механизаторы «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде

 Башҡортостандың 10 иң яҡшы механизаторы «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде
Республика аграр секторының 10 иң яҡшы комбайнеры, водителе, механизаторы кисә «Шевроле Нива» автомобилдәре менән бүләкләнде. Улар 2018 йылғы урып йыйыу эшендә иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы кисәлә тапшырҙы.

«Иң яҡшы комбайнер» номинацияһында 6 кеше наградаһын алды. Улар: - Илеш районының Ғилемйән Ғәйнетдинов крәҫтиән фермер хужалығы механизаторы Тәлғәт Баймиев;
- Саҡмағош районының «Октябрь» ауыл хужалығы сәнәғәт комплексы механизаторы Фидүс Хәзиев;
- Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы механизаторы Василий Дробязко;
- Мәләүез районы «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы сәнәғәт комплексы механизаторы Сергей Локтионов;
- «Үҙәк» МТС-ының Дүртөйлө филиалы механизаторы Азат Хасбуранов;
- БДАУ студенты Айгиз Сәләмов.


Ишембай районы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Евгений Лейтер «Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.
2018 йылғы ураҡта «Үҙәк» МТС-ының Дүртөйлө филиалы водителе Самат Ғәлиуллин иң яҡшы ауыр йөк автомобиле водителе булды.
«Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы» номинацияһында автомобилде «Башкир-Агроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Благовар бүлексәһе механизаторы Дмитрий Яловой алды.
Быйыл туңға һөрөүҙә Ҡалтасы районының Владислав Бикмурзин крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Денис Степанов иң яҡшы механизатор булды.

Бынан тыш, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Балтас, Ҡыйғы һәм Саҡмағош райондары етәкселәре «ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн» республика Хөкүмәте дипломдары менән бүләкләнде.
Радий Хәбиров шулай уҡ «Минең ерем – минең байлығым!» балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен: Бишбүләк районының Бишбүләк ауылы 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Данил Емельяновты, Көйөргәҙе районы Абдулла ауылы мәктәбе уҡыусыһы Нияз Ниғмәтуллинды, Нуриман районы Яңы Күл ауылы мәктәбе уҡыусыһы Ильгизә Ханованы бүләкләне. Балалар һүрәттәре конкурсына бөтәһе 500-ҙән ашыу ижади эш килде.

Өфөнөң Конгресс-холында наградаларҙы тапшырыу тантанаһынан һуң ауыл эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән республиканың иң яҡшы ижади коллективтары ҡотланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы