RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров: Башҡортостандың милли проекттар сиктәрендә финанслау алыуы мөмкин

31.10.2018 Радий Хәбиров: Башҡортостандың милли проекттар сиктәрендә финанслау алыуы мөмкин

30 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виталий Мутко уҙғарған Рәсәй Федерацияһында төбәктәрҙе үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Ултырышта 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона бюджет-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге федераль бюджет проекты, шулай уҡ милли проекттарҙы һәм Рәсәй төбәктәрендә магистраль инфраструктураны яңыртыу һәм киңәйтеү копмлекслы планын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.

Ултырышҡа йомғаҡ яһап, журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров фекер алышыу барышында һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ҡала мөхите, энергетика һәм юл инфраструктураһы буйынса магистраль проекттар менән бәйле һорауҙар ҡуҙғатылды тип хәбәр итте.

- Республикабыҙға ҡарата бөгөн милли проекттар сиктәрендә бүленмәгән аҡсалар буйынса бер нисә проектта ҡатнашыу мөмкинлеге бар әле тип әйттеләр, — тине республика етәксеһе. — Бынан тыш, маҡсатлы күрһәткестәргә ирешеү буйынса беҙҙең юл карталарын ҡарарға кәрәк. Унда типик сифатҡа эйә проблемалар бар. Мин ниндәй йүнәлештәр буйынса эшләргә кәрәклеген аңлайым һәм беҙ шуның өҫтөндә эшләйбеҙ ҙә инде. Тәү сиратта, ул, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау, беренсел звеноға баҫым менән табип ярҙамын күрһәтеү. Ошондай ҙур биләмәле республика өсөн ул ҙур әһәмиәткә эйә.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе