RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров: Дәүләт Йыйылышы майҙансығы вайымһыҙ етәкселәр өсөн Голгофа булырға тейеш

25.10.2018 Радий Хәбиров: Дәүләт Йыйылышы майҙансығы вайымһыҙ етәкселәр өсөн Голгофа булырға тейеш

Радий Хәбиров: Дәүләт Йыйылышы майҙансығы вайымһыҙ етәкселәр өсөн Голгофа булырға тейеш
Кисә Дәүләт Йыйылышының даими нигеҙҙә эшләүсе етәкселеге һәм депутаттар менән осрашыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн республиканың алтынсы саҡырылыш парламентының икенсе пленар ултырышында сығыш яһаны. Радий Хәбиров депутаттарҙы алда эшләргә, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш ысынбарлығына яуап биргән закондар сығарыу башланғыстары тәҡдим итергә саҡырҙы. Халыҡ һайланыусылары шулай уҡ дәүләт власы органдары эшмәкәрләген ғәҙел һәм компромисһыҙ анализларға тейеш.

«Дәүләт Йыйылышы депутаттарына үҙҙәренең парламент контроле хоҡуғы менән әүҙем ҡулланыу шарт. Һеҙҙең майҙансыҡ вайымһыҙ етәкселәр өсөн ниндәйҙер Голгофа булырға тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Депутаттар үҙ мандаттарына карьера мәнфәғәте өсөн көрәшмәгәндәр, уларҙың бөтәһен дә республикаға һәм уның халҡына хеҙмәт итеү берләштерергә тейеш тип ышанысын белдерҙе республика етәксеһе.

«Һеҙ округтарығыҙ мәнфәғәте менән йәшәргә тейеш. Республика парламентына электрон ҡабул итеү бүлмәһе булдырырға кәрәк. Унда һәр депутаттың үҙ почтаһы булырға тейеш, уларға һайлаусылары үҙ проблемалары тураһында яҙа ала. Әгәр кешеләр яҙмаһа, тимәк улар һеҙгә ышанмай», - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттарҙа республиканың башҡарма власть органдары менән һөҙөмтәле үҫеш өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашырға әҙер партнерҙар күрергә теләүен билдәләне.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Руководитель Башкирии дал две недели на решение экологической проблемы в Сибае

Радий Хабиров: Жители Сибая при каждом чихе должны без очередей попадать к врачу

Радий Хабиров наградил призеров юношеского первенства Башкирии по греко-римской борьбе

Радий Хабиров: Прокуратура в 2018 году добилась возврата 650 млн руб долгов по зарплате

Радий Хәбиров ил субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Радий Хабиров встретился с жителями Белокатайского района

Радий Хабиров стал участником заседания Госсовета РФ, посвященного Году добровольца

Радий Хабиров: «Быть спасателем - достойное призвание сильных духом людей»

Руководитель Башкортостана Радий Хабиров вручил государственные награды

“Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –

Радий Хәбиров именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Ил башлығының журналистар менән осрашыуы: тура эфир