RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

25.10.2018 Радий Хәбиров Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

Радий Хәбиров Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы
Республика властары Өфөлә сит ил киноһы аҙналығы барышында Швейцария кинофестивален уҙғарыуға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. Ошо хаҡта һүҙ барҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Швейцарияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ив Россье етәкселегендәге Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы менән осрашыуында. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан менән Швейцария араһында дуҫтарса, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре күптән һаҡлана, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡортостан 2000 йылдарҙа Швейцарияның Үҫеш һәм хеҙмәттәшлек идаралығы линияһы буйынса айырыуса әүҙемләшкән ошо хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә ниәтләй.

Бер йыл элек Швейцария Илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Швейцария – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең сауҙа палаталары союзы делегацияһы Башҡортостанға килде.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нефть химияһын эшкәртеү институтының һәм «Башгипронефтехим»дың Швейцария менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдереүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар яңы нефть химияһы продукттарын булдырыу өлкәһендә проекттар тәҡдим итә. «Башҡортостан сода компанияһы» ла берлектәге эшкә әҙер.

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Швейцария араһындағы тауар әйләнешен (уҙған йылда 14 процентҡа кәмегән һәм 15 миллион доллар ғына тәшкил иткән) алдағы йылдарҙа арттырырға мөмкин булыр тигән ышаныс белдерҙе.

Башҡортостан мәҙәниәт, мәғариф, спорт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә әҙер. Республика, ғәҙәттәгесә, сит ил киноһы аҙналыҡтарын ҡабул итә, шуға күрә Өфө Швейцария кинофестивален уҙғарыуҙа эстафетаны дауам итә, ә республика властары ошо йәһәттән кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк.

Биш йыл элек, 2013 йылда, Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары уҙҙы, унда Лозанна һәм Делемон ҡалаларынан балалар спорт ойошмалары ҡатнашты. Киләһе йылда Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Башҡортостанға донъяның 60-70 иленән спортсылар килә. Радий Хәбиров Швейцария командаһын да ошо ярыштарға саҡырҙы.

Швейцария делегацияһы сәфәренең төп маҡсаты – инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ив Россье. Шуның менән бергә сит ил партнерҙарын һалым льготалары түгел, ә төбәктәге инвестиция мөхите – бизнесты алып барыуҙың асыҡлығы, һөйләшеүҙәргә әҙер булыу, бюрократик кәртәләрҙең юҡлығы ҡыҙыҡһындыра.

Швейцария илсеһе Радий Хәбировтың Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу тәҡдимен хупланы һәм был мәсьәләне мәҙәниәт буйынса федераль ведомство менән мотлаҡ тикшерәсәген билдәләне.

Әңгәмә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров «Касабланка» (1942) үҙенең иң яратҡан фильмдарының береһе булыуын билдәләне һәм унан өҙөмтә килтерҙе. Уның фекеренсә, был һүҙҙәр ошо осрашыуға бик тап килә. «Минеңсә, был матур дуҫлыҡтың башланыуы», — тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар