RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тура һүҙгә яуап юҡ

13.01.2018 Тура һүҙгә яуап юҡ

Тура һүҙгә яуап юҡ
йәки Цензуранан ҡотолоп буламы?

Календарҙа иҫәпһеҙ-хисапһыҙ төрлө байрам араһында журналистар менән бәйлеләре бихисап. 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Был дата, Петр I батша указына ярашлы, 1703 йылда “Ведомости” тигән гәзит сығыу айҡанлы булдырыла. Совет осоронда матбуғат көнөн 5 майҙа билдәләнеләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә фашистар Берлинда Чехия журналисы Юлиус Фучикты язалап үлтерә. Был дата артабан 1958 йылдан алып журналистарҙың теләктәшлек көнө итеп билдәләнә. Бынан тыш, Башҡортостан журналистары 1998 йылдан алып үҙ байрамын үткәрә – ул 14 июнгә тура килә.
Журналистика ваҡытлы матбуғат сараларына ғына ҡайтып ҡалмай. Радио, телевидение һәм интернетта ла байтаҡ журналист эшләй. Уларҙың да үҙ байрамы булдырыл­ған. Бында тик ҡыуанырға ғына кәрәктер. Әммә шатланырға урын юҡ. Дүртенсе власть булырға тейеш журналистиканы Рәсәй дәүләте ошо байрамдар менән генә алданы шикелле.

Рәсәй Конституцияһының 29-сы статья­һына ярашлы, илебеҙҙә цензура тыйылды. Шунан һуң был тармаҡҡа ҡараған байтаҡ закон ҡабул ителде. Уларҙы барлай башлағайным, албырғап ҡалдым – осона сығырлыҡ түгел икән. Юристар әйтеүенсә, бөгөн журналистарҙың эшмәкәрлеген көйләүсе 800-ҙән ашыу хоҡуҡи-норматив акт бар. Был нимә хаҡында һөйләй? Чиновниктар үҙҙәренең эшмәкәрлеген шулай итеп ентекле рәүештә көйләр ине. Юҡ, уларға конкурент булған дүртенсе власть кәрәкмәй. Был акттарҙың шул хәтлем күп булыуы Конституция иғлан иткән һүҙ иркен юҡҡа сығара ла инде. Улар араһында чиновниктарға журналистиканы ауыҙлыҡлар өсөн берәй статьяны табыуы ауыр түгел. РФ Енәйәт кодексының 144-се статьяһында журналистарҙың профессиональ эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған өсөн ике йылға тиклем төрмә срогы ҡаралһа ла, был статьяның бер тапҡыр ҙа ҡулланылғаны юҡ әле.
Тимәк, бөгөн формаль рәүештә цензура тыйылған булһа ла, ул төрлө формала йәшәп килә. Бының өсөн бөгөнгө баҫма­ларҙы совет осоронда сыҡҡан гәзит-журналдар менән сағыштырыу ҙа етә. КПСС өсөн Владимир Лениндың “Гәзит коллектив пропагандист һәм коллектив агитатор ғына түгел, ул коллектив ойоштороусы ла булып тора” тигән һүҙҙәре девизға әйләнде. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә сыҡҡан һәр тәнҡит материалы тейешле партия, совет органдары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булды. Был шарттарҙа журналистика ысын мәғәнәһендә дүртенсе түгел, ә беренсе власть та булып китә ине. Оло быуын журналистары менән һөйләшкәндә, район-ҡалаларҙа уларҙың килгәнен нисек көтөп алыуҙары тураһында ишетеп хайран ҡалаһың. Ә бөгөнгө журналистарҙы бар тип тә белмәй­ҙәр. Әлбиттә, бөгөнгө журналисты улар менән сағыштырып булмай. Ул хәҙер “тешһеҙ” ҡалдырылды. Был шарттарҙа элекке 40 – 100 меңлек тираждарға өлгәшеп тә булмаясаҡ. Хәҙерге власть оптималләштереү шарттарында ҡағыҙ баҫмаларға ла ҡаршы тора. Был сәйәсәт тә журналистика өсөн яҡшынан түгел. Гәзиттең ҡағыҙ вариантын бөтөрөү ҡурҡынысы кәрәкмәгән стресс тыуҙыра. Быға журналистарҙың күп йылдар һаҡланып килгән түбән эш хаҡы ла яҡшы кәйеф өҫтәмәй. Эш хаҡы тураһында мәғлүмәт табыуы еңелдән түгел. Рәсми статистика был турала – ләм-мим. HeadHunter тигән сайт апрелдә Урал һәм Себер төбәктәрендә эшләгән журналистарҙың эш хаҡын билдәләп ҡараны. Екатеринбург менән Пермдә – 30, Төмәндә – 28, Өфөлә 26 мең һум икән. Был сумманың дөрөҫлөгөнә ҙур шик бар: минең мәғлүмәттәр буйынса, ул 20 мең һумдан да артмай. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов декабрҙә был сумманың 10 меңде лә ашмағанын әйтеп үтте. Минималь эш хаҡы былтыр 8900 һум тәшкил итте. Тимәк, беҙҙең журналистар бер нисә йыл буйы дәүләттә рәсми ҡабул ителгән фәҡирлек зонаһында йәшәгән булып сыҡты.
Был хәл тураһында икенсе ҡыҙыҡ мәғлүмәт буйынса фекер йөрөтөп була. Беҙҙең Башҡортостан журналистары араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Тимәк, башҡа төбәктәргә ҡарағанда, беҙҙәге эш хаҡы байтаҡҡа түбәнерәк. Уның түбән булыуы ир-егеттәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара. Яңыраҡ Татарстан телевидениеһында парламент спикеры Фәрит Мөхәмәтшиндың баш мөхәррирҙәр менән осрашҡанын күреп ҡалдым. Ундағы гәзит-журнал етәкселәренең башлыса ир-аттан тороуы аптыратты. Беҙҙең журналистиканың йөҙөн иһә башлыса ҡатын-ҡыҙ билдәләй. Быны совет осоро менән сағыштырып та булмай. Шунлыҡтан бөгөн икенсе Фәтҡулла Комиссаров, Рәшит Солтангәрәев, Ризван Хажиев, Рәүеф Насировтарҙың килеп сығыуына өмөт юҡ.
Цензура тураһында бер фекер менән уртаҡлашып үтмәй булмай. Ни өсөн совет осоронда рәсми цензура булған, ә бөгөн – ул юҡ? Бының төп сәбәбе – совет дәүләтенең, коммунистар партияһының сәйәсәте. Нисек кенә булмаһын, улар, бөтә нәмәне халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләйбеҙ, тип ышандырып килде. Хатта хаталанған осраҡта ла. Был сәйәсәтте тәнҡитләү ошо курстың хата булыуын таныу менән тиң ине. Йәмғиәттең берҙәм булыуы совет дәүләте өсөн ҙур һәм мөһим өҫтөнлөк булды. Бөгөн иһә Рәсәй етәкселәре лә үҙҙәренең халыҡҡа ҡаршы сәйәсәт алып барғанын бик яҡшы аңлай. Был сәйәсәтте тәнҡитләгән журналистың хаҡ икәнен белә, уны суд, хоҡуҡи саралар аша еңеп булмаясағы ла көн кеүек асыҡ. Ул, эре генә “эт өрөп торор, бүре йөрөп торор” тип, халыҡты артабан талауын дауам итә. Уны тәнҡитләгән журналист халыҡ күҙендә инерция буйынса ҡыйыу кеше булып иҫәпләнә. Вәссәләм! Демократия талап иткән һүҙ ирке бар, берәү ҙә журналисты эҙәрләмәй. Әммә йәшерен цензура үҙенең эшен яҡшы үтәй: теге йәки был чиновникты исемләп тәнҡитләп булмай. Уға суд ярҙамға килергә әҙер генә тора. Бындай тәнҡиттең мәғәнәһе лә юҡ, сөнки түрә урынына килгән яңы чиновник уның “эшен” артабан дауам итәсәк кенә. Система үҙен цензураһыҙ ҙа эттән дә яҡшы һаҡлап тора шул. Киң матбуғат сараларында яңғыраған төрлө фекер йыш ҡына һүҙ иркен аңлатмай, киреһенсә, йәмғиәтте тарҡау итеүгә генә булышлыҡ итә. Быны беҙ телевидениела йыш барған төрлө ток-шоуҙа ла күреп торабыҙ.
Власть нисек кенә журналистар хеҙмәтен күрмәмешкә һалышмаһын, ябай халыҡ, Аллаға шөкөр, ваҡытлы матбуғатты ярата, уны хөрмәт итә. Унда сыҡҡан һәр материалды ул көтөп ала. Был турала беҙ барыбыҙ ҙа хәбәрҙарбыҙ. Ошо һөйөүегеҙ беҙгә илһам, дәрт бирә. Артабан да шулай булһын.
Илдар ҒӘБИТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы