RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерҙәр

30.11.2017 БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерҙәр

БР Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республика Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата фекерҙәр
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов:
Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата ике фекер әйтеп китер инем. Беренсеһе — Башҡортостан иҡтисади һәм социаль йүнәлеш буйынса ныҡлы үҫеш юлында булһа, икенсе фекер киләсәктә республиканың төрлө тармаҡта алға китеү буйынса тәүге урындарҙы биләп торасағы хаҡында. Башлыҡ алдағы тормошҡа патриотик, оптималь һәм реаль пландар ҡора. Йәғни, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, ғаилә институтын күтәреү, мәғариф һәм фәнде үҫтереүгә ҡағылышлы һәм башҡа һорауҙарҙы күтәреп сыға.

Румил АҘНАБАЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе:
– Миңә оҡшаған һәм күптән уйлап йөрөгән фекерҙәрҙең береһе йәштәрҙе уҡытыу, балаларҙы тәрбиәләү хаҡында булды. Башҡортостандан ситтә, Мәскәү йә Питерҙа уҡып, белем алыусы йәштәребеҙҙе республикаға ҡайтарыу, уларға эш урындары булдырыу тураһында мәсьәлә ҡуҙғатылды.
Балалар туризмы буйынса ла Рөстәм Зәки улының әйткәнен хуплайым. Үҫеп килгән быуын, ысынлап та, иң тәү сиратта үҙ төйәген, Башҡортостанды, уның баш ҡалаһын белергә тейеш. Беҙҙең балаларға күрһәтәһе урындар етерлек.
Тағы шуныһы: мәктәптәрҙә белем биреү хаҡындағы һүҙҙәр бик етди һәм урынлы. Республика Башлығы элиталы мәктәптәр тураһында әйткәндә, беҙҙең мәктәптәрҙең бөтәһе лә элиталы булырға тейеш, тине. Уҡыусыларға “инженер тәрбиәһе” бирергә кәрәклеге лә иғтибарға лайыҡ. Һүҙ, юғары технологияларҙың үҫешен иҫәпкә алып, инженерлыҡ тармағында белемле булыу хаҡында.
Бөгөн эшләргә, белем алырға телгән кеше өсөн юлдар асыҡ. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, беҙ ваҡытты ҡулдан ысҡындырырға тейеш түгел.

Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе:

- Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың бөгөнгө мөрәжәғәтнәмәһендә йәштәр проблемаларына ҙур иғтибар бүленде. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш кадрҙарҙы республикабыҙҙа ҡалдырыу өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ программалар, гранттар булдырыу кәрәк. Йәш ғаиләләр алдында торған проблемалар бер кемгә лә ят түгел. Уларға дәүләт тарафынан иғтибар бөгөн дә ҙур, икенсе бала тыуғанда – Әсәлек капиталы, өсөнсөһөнә ер бүленә, торлаҡ һатып алыу өсөн махсус программалар эшләй. Киләсәктә республикабыҙҙа тәүге бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һумлыҡ пособиены айырым категория ғына түгел, ә һәр ғаилә ала алһын ине.
Республикабыҙҙа ғаилә ҡиммәттәре һәр ваҡыт өҫтөн булды. Һәр районда эшләгән Ағинәйҙәр ҡоро, ҡайһы бер төбәктәрҙәге Атайҙар клубы, Аҡһаҡалдар ҡоро быға асыҡ миҫал. Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы тарафынан быйыл Ғаилә көнө лә иғлан ителде. Рөстәм Зәки улының республиканың 100 йыллығына ҡарата “Ғаилә фестивале”үткәреү тәҡдимен шәхсән мин генә түгел, күптәр ҙур шатлыҡ менән ҡабул итте. Тимәк киләсәктә ғаилә ҡиммәттәре тағы ла күтәреләсәк, ҙур иғтибар бүленәсәк.

Яковлев Владимир Вячеславович – Башҡортостан Республикаһының Йәш депутаттар ассоциацияһының рәйесе:
- Башҡортотсан Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә республикала кешелек капиталын үҫтереүгә йүнәлеш асыҡ күренә. Мәғариф һәм фәнде үҫешенә лә күп иғтибар бүленгән – был шул иҫәптән төрлө милек формалары етәкселәре компетентлығына лә ҡағыла. “Киләсәк компетенцияларға һәм профессионалдарға бәйле” тезисына Йәш депутаттар ассоциацияһы ла дәррәү ҡушыла. Әйткәндәй, был йүнәлеш буйынса беҙҙә былтырҙан алып “Башҡортостандың кадрҙар активы” проекты тормошҡа ашырыла. Унда республиканың депутаттар корпусы ағзалары һәр төрлө яҡтан әҙерләнә, уҡытыла, кәрәкле компетенциялары үҫтерелә.
Мөрәжәғәтнамәлә бик мөһим күрһәткес - ғаилә институты торошо тураһында ла әйтелә. Әле Башҡортостанда һәр икенсе тиерлек ғаилә тарҡала, был һис шикһеҙ, демография күрһәткестәрендә лә сағыла. Беҙ Рөстәм Зәки улы үҙ сығышында әйтеп үткән сараларҙы хуплайбыҙ һәм үҙ сиратыбыҙҙа айырылышыуҙар процессында ғаилә медиаторҙарының мотлаҡ ҡатнашыуы тураһында закон проекты әҙерләнек. Был айырылышыуҙар һанын 30%-ҡа тиерлек кәметәсәк.

Илгиз Ҡәҙерғолов, БР Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры:
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү , дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ органдары хеҙмәтенә кадрҙар әҙерләүҙе көсәйтеү кәрәклеген айырым билдәләне. Идара итеү өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, кадрҙар сәйәсәте программаһын эшләү һәм раҫлау кәрәклеге хаҡында әйтте.Уның фекерҙәре менән килешәм. Һөҙөмтәле идара итеү, идара итеүҙә һөнәри әҙерлекте камиллаштырыу, өҫтәмә белем алыу бөгөн - заман талабы. 2018 йылда беҙҙең академия базаһында етәкселәр өсөн Төбәк һөнәри компетенциялар үҙәге ойоштороласаҡ. Өҫтәмә һөнәри белем биреүҙең сифатын күтәреү буйынса ла эшләйәсәкбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә Рөстәм Зәки улы электрон белем биреү системаһын киләсәктә үҫтереү тураһында ла телгә алды. Әле уҡыу йортонда дәүләт идаралығы органдары хеҙмәткәрҙәрен был форматта уҡытыу бара. Киләсәктә муниципаль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре лә ошо алым менән һөнәрҙәрен камиллаштырасаҡ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Силәбеләге вәкиллеккә – 20 йыл

Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты

Башҡортостан етәксеһе менән Өфө мэрының хәләл ефеттәре Саҡмағош районында ҡаҙ өмәһендә ҡатнашты

Белорет районының Тирлән ҡасабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Радий Хәбиров балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына арналған концертта булды

Ситдыҡов та китте...

29.11.2018 - Сәйәсәт Ситдыҡов та китте...


Янғын иҫкәрткес сабыйы тыуған һәр ғаиләгә биреләсәк

Радий Хәбиров Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү өсөн «яуаплыны» тәғәйенләне

Радий Хәбиров: «Балалар туҡланыуы – бик һиҙгер өлкә»

Радий Хабиров поручил оказать помощь детям, мать которых погибла в массовой аварии

Радий Хәбиров: Башҡортостан Мәскәү-Екатеринбург магистрален төҙөү проектына инергә тейеш

Радий Хәбиров: «Буш торған биналарҙы муниципалитеттар балансына тапшырырға кәрәк»