«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » 15 мең башҡорт табылырмы?



02.05.2014 15 мең башҡорт табылырмы?

Беләһегеҙ, гәзитебеҙ йыш ҡына алдағы ярты йыллыҡта нисә дана менән сығасағыбыҙҙы фаразлау уйынын үткәрә. Үткән йылда бик тә оптимист замандашыбыҙ, тиражды 40 мең тип күрһәтеп, купонын ебәргәйне. Эй, һөйөндөк уның өсөн! Әлбиттә, дөрөҫ фаразламаған, их, бүләк эләкмәй инде, тип көйөңкөрәнек тә, уҡыусыбыҙҙың баҫмабыҙға ҙур өмөттәр бағлауын, ғүмере оҙон булыуын теләүен, “Йәшлек”тең шанлы 90-сы йылдарҙағы тиражын кире ҡайтарасағына ышаныс белдереүен төҫмөрләп, ҡыуандыҡ. Һәм тел шартлатып, тағы бер тапҡыр хәтирәләргә бирелдек – булды шул заманалар…
Бөгөн, иманыбыҙ камил, милләттәштәребеҙ баяғы 90-сы йылдарҙан күпкә яҡшыраҡ йәшәй. Юҡ, юҡ, гәзит уҡымайһығыҙ, тип шелтәләргә уйыбыҙҙа ла юҡ. Тик бына алдыбыҙға бер һорау килә лә баҫа: “Һуң, миллиондан ашыу башҡорт араһында “Йәшлек”те уҡырлыҡ бер 15 меңләп булһа ла кеше юҡмы икән ни?” Өмөт осҡоно күңелдең ҡайҙалыр бер төпкөлөндә йәшәй, әлбиттә. Тағы шуны еткергебеҙ килә: әгәр гәзитебеҙҙең тиражы 15 мең ярым данаға етһә, киләсәктә яҙылыу хаҡы 17 процентҡа кәмейәсәк. Бөгөн барыһы ла үҙебеҙҙән тора, милләттәштәребеҙ.

“Йәшлек”кә 2014 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 646 һум 44 тин. Баҫмабыҙҙың индексы – 80148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға