«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » “Йәшлек” менән булырға бер ҡасан да һуң түгел



17.01.2014 “Йәшлек” менән булырға бер ҡасан да һуң түгел

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Ошо юлдарҙы уҡыйһығыҙ икән, тимәк, һеҙ беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ. “Йәшлек”кә яҙылғандарға ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Алдағы ярты йылда һәм, әлбиттә, унан һуңғы бихисап йылдарҙа ла бергә ҡалырға яҙһын.
Ә кемдәр әлеге ярты йыллыҡҡа яҙылып өлгөрмәгән, шуларға тағы ла бер мөмкинлек бүләк итәбеҙ – әгәр ҙә гәзитебеҙгә ғинуарҙың 20-һенә тиклем яҙылһағыҙ, ул һеҙгә февраль башынан килә башлар.
Баҫмабыҙҙы уҡымлы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итер өсөн көсөбөҙ еткәнсә тырышабыҙ. Беҙгә күрһәткән ышанысығыҙ аҡланыуына шигебеҙ ҙә юҡ. Алда һеҙ “Йәшлек” биттәренән мотлаҡ күңелегеҙгә ятҡан мәҡәләләр табырһығыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға