«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » “Йәшлек”кә яҙылдыҡ,тип ҡыуандырыусылар күп әле



13.12.2013 “Йәшлек”кә яҙылдыҡ,тип ҡыуандырыусылар күп әле

Матбуғат баҫмаларына киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Почтанан алған мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, “Йәшлек”те бығаса ла алдырып уҡыусы дуҫтарыбыҙҙың күбеһе беҙгә тоғро ҡалған. Уларға “Афарин!” тибеҙ. Тап һеҙгә өндәшәбеҙ, дуҫтар, үҙегеҙ яҙылғас, күршеләрегеҙҙең дә, туған-таныштарығыҙҙың да иҫенә төшөрөгөҙ: гәзиттә уларға ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр мотлаҡ буласаҡ, әйҙә, яҙылһындар. Кешене әйҙүкләү, яҡшы нәмәләргә өндәү, саҡырыу – беҙҙең халыҡта борондан килгән йола.
“Үҙ телебеҙҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған баҫмаларҙы яҙҙырып уҡыу әллә ни ҡатмарлы эш түгел дә ул, әлбиттә, киләһе йылға ла үҙебеҙҙе был бәхеттән мәхрүм итмәйбеҙ”, – тип шылтыратып шатландырғайны бер уҡыусыбыҙ.
Үкенеүселәр булмаясаҡ. Гәзитебеҙҙең тәүге һанында уҡ уҡыусыларҙы ҙур сюрприз көтә. Артабан иһә өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә ҡыҙыҡһынып уҡыған бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең тормошона арналған мәҡәләләр циклы дауам итәсәк, күренекле шәхесебеҙ Мостай Кәримдең Факил Мырҙаҡаев әҙерләгән афоризм һәм фәһемле фекерҙәре лә үҙ уҡыусыларын табыр, моғайын. Былар – һеҙгә тәҡдим итәсәк мауыҡтырғыс яҙмаларҙың бәләкәй бер өлөшө генә.

“Йәшлек”кә яҙылыу хаҡы –
482 һум 52 тин.
Баҫманың индексы – 80148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға