«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Кистәрегеҙ “Йәшлек” менән үтһен



22.11.2013 Кистәрегеҙ “Йәшлек” менән үтһен

Бер саҡ дуҫтар йыйылышҡан. Оҙаҡ күрешмәгәс, һөйләшер һүҙҙәре лә, уртаҡлашыр яңылыҡтары ла йыйылып киткән икән. Тик ниндәй генә темаға һүҙ башланмаһын, эш аҡсаға, матди байлыҡҡа бара ла төртөлә, ти. Үҫкән саҡтарында иң тәүге сиратҡа рухиәтте, илһөйәр-телһөйәрлекте ҡуйырға вәғәҙәләшкән был төркөм үҙҙәренең ни тиклем үҙгәргәненә аптыраған. Бик кәйефтәре төшкән был хәлгә. Былай барһа, беҙ бик тиҙ ҡартайырбыҙ, тип, улар күп йылдар элек бирешкән анттарын иҫтәренә төшөргән һәм шуны яңыртып, йышыраҡ осрашырға һүҙ ҡуйышҡан.
Һәр саҡ көр кәйефле, алсаҡ, сәләмәт булыу өсөн кеҫәңдәге аҡса ғына ярҙам итмәй шул. Беҙ ҙә баҫмабыҙҙы мөмкин тиклем ҡыҙығыраҡ, һеҙҙең күңелгә ярашлы итеү өсөн тырышабыҙ. Кәйефегеҙ көр, йөҙөгөҙ йылмайыулы булһын.
”Йәшлек”кә 2014 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 482 һум 52 тин.
Индексы – 80148.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға