«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Мәшәҡәттәр бөтмәҫ, “Йәшлек”кә яҙылып өлгөрөгөҙ!



04.06.2013 Мәшәҡәттәр бөтмәҫ, “Йәшлек”кә яҙылып өлгөрөгөҙ!

Мәшәҡәттәр бөтмәҫ, “Йәшлек”кә яҙылып өлгөрөгөҙ! “Ҡара таңдан, мал, себеш, баҡса тип, йүгерә башлайбыҙ ҙа, ҡараңғы төшкәс, саҡ туҡтайбыҙ. Ауылда мәшәҡәтле лә, күңелле лә осор башланды”, – тип шылтыратҡайны бер гәзит уҡыусыбыҙ. Шулайҙыр, һәр кем алдағы көндәрен хәстәрләү менән мәшғүл. Һөт-ҡаймаҡтан өҙөлгөң килмәһә, мал-тыуарыңды тәрбиәләйһең. Үҙең үҫтергән емеш-еләкте ашағың килһә, баҡсала бил бөгәһең.
Алдағы көндәр, тигәндән, гәзиткә яҙылыу тураһында ла онотоп ҡуймағыҙ! Бөтмәҫ мәшәҡәттәр артынан сапҡан арала, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға бара. Диванға ҡырын төшөп, рәхәтләнеп “Йәшлек” гәзитен уҡып алһағыҙ, донъя көтөүгә көс-дәртегеҙ тағы ла артып китер.
“Йәшлек”кә яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин.
Индексы – 80 148.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға