«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә



21.05.2013 Гәзит-журналһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә

Әле ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың иң ҡыҙыу осоро. Беҙҙең Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы мәктәбе коллективы йыл да был кампанияға ихлас ҡушыла. Район гәзитенә, республика, Рәсәй матбуғатына быйыл да бик әүҙем яҙылалар.
Районыбыҙ көҙгөһө «Таң», республика баҫмаларынан «Башҡор­тостан», «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәрен, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Аманат» һәм башҡаларын да яратып алдырып уҡыйҙар. Зи­ни­ра Хәсәнова, Гүзәл Сәғитова, Рөстәм Сәйәхов, Радик һәм Тәслимә Насировтар, Фәнүзә Мөхәмәтйәнова һәм башҡаларҙы әүҙем яҙылыусылар иҫәбенә индерергә була. Мәктәп коллективының әле лә матбуғатҡа яҙылыуҙы дауам итеүе ҡыуаныслы хәл. Уҡыусыларыбыҙ ҙа ярышып-ярышып яҙыла. Был эште ойоштороуҙа ауылдың хат ташыусыһы Рәйлә Хәсәнова, мәктәп китапханасыһы Фәнүзә Мөхәмәтйә­но­ва әүҙемлек күрһәтә. Ата-әсәләргә, матбуғатҡа яҙылығыҙ, тәрбиә эшендә файҙаланығыҙ, балаларығыҙ өйгә эштәрен үтәгәндә лә башҡорт гәзит-журналдарының оло ярҙамсы икәнлеген онотмағыҙ әле, тип әйткем килә.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы.

Гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылыу хаҡы –
447 һум 54 тин.
Индексы – 80148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға